Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Июль 2023, 04:09

Тышы шарҙай, эсе балдай булырға тейеш тә бит...

Бөтөн сауҙа үҙәктәрендә лә ҡарбуз һәм ҡауындар һатыуға сығарылды. Күҙ ҡамаша, еҫе танау ҡытыҡлай. Әммә алыуы ҡурҡыныс.

Тышы шарҙай, эсе балдай булырға тейеш тә бит...Тышы шарҙай, эсе балдай булырға тейеш тә бит...
Тышы шарҙай, эсе балдай булырға тейеш тә бит...

Ни генә тимә, был еләктәрҙе һатып алыу лотерея уйыны менән бер: йә отаһың, йә ағыуланаһың.  

Ағыуланыуҙың төп сәбәбе – нитрат кимәле юғары булыуҙа. Емеште үҫтергәндә азот кислотаһының тоҙон ашлама составында ҡулланалар. Ашламалар ҡулланғанда сама белмәү һуңынан кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал. Ә ҡарбуз һәм ҡауын тиҙерәк, ваҡытынан алда өлгөрә.

Татлы емеш алыр алдынан тәү сиратта уны ҡулға алып ҡарағыҙ. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Туҡылдатып ҡарау ҙа ярҙамға килер. Емеш зеңкелдәп торһа, тимәк бешкән. Өҙөлгән һабағы ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар яҡшы билдә.

Шулай ҙа, һатыусынан справка һорарға онотмағыҙ. Ул мотлаҡ республика белгестәренеке булырға тейеш. Емештең бер килограммына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш.

Күптәр, ҡарбузды яһалма ҡыҙарталар ти. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Буяу ҙур сығымдар талап итә.

Руфина Даминева, Рәсәй ауыл хужалғы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы лабораторияһы мөдире:

  • Ҡарбуз-ҡауын өлгөргән миҙгел август-сентябрь айҙарына тура килә. 90 процент һыуҙан торған гигант-еләкте йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙартыу осраҡтары ла теркәлә. Үҫтергәндә химик матдәләр күп ҡулланылһа ҡарбуз ҙур, матур, ҡыҙыл әммә зарарлы буласаҡ. Еләктә химик матдәләрҙең күплеген ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин. Бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалабыҙ. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ  томаланһа еләкте ҡурҡмай ашарға ярай.

Лаборатор шарттарҙа ҡарбуз һутынан махсус шыйыҡса яһайбыҙ. Махсус ҡоролма ярҙамында уға анализ яһала. Приборҙағы һандар артабан таблицалағы күрһәткестәр менән сағыштырыла. Тикшереү һөҙөмтәһе күпселек осраҡта ҡыуандырмай. Әйтәйек, тикшереүгә килтерелгән ун бер ҡарбуздың икәүһендә нитрат кимәле юғары булыуы билдәләнде. Зарарлы матдәләр ҡауында ла осрай. Шуға күрә был емештәрҙе һатып алғанда иғтибарлы һәм уяу булырға кәрәк.

Беҙҙең лабораторияла тикшерелгән ҡарбуз һәм ҡауындар партияһына протокол яҙып бирәбеҙ. Һатып алғанда шул справканы һорап алығыҙ. Унда нитраттар кимәле аныҡ күрһәтелгән була.

Һатыусы ситтән алып килгән тауарҙың сифатын дәлилләгән махсус документтар юлларға тейеш. Әммә күпселек осраҡта быға уларҙың ҡулдары етмәй. Һөҙөмтәлә һатып алыусы отола.

Тағы ла белгестәр ҡарбуз һәм ҡауынды июль аҙағында, август башында ғына һатып ала башларға кәңәш итә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, иң хәүефһеҙе - сиктәш Ырымбур өлкәһенән алып киленгән емештәр.
Үҙең үҫтереп алғанға етмәй инде! Фотола былтыр үҫтереп алған ҡарбуз менән ҡауын!

Автор:Лилия Нуретдинова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас