Даирә
+24 °С
Ямғыр

Беҙгә лә килеп етте

Республика буйлап “Сәләмәтлек поезы” йөрөүен ошоға тиклем ишетеп кенә белә инек.

Беҙгә лә килеп еттеБеҙгә лә килеп етте
Беҙгә лә килеп етте

Беҙгә лә килеп етте
Республика буйлап “Сәләмәтлек поезы” йөрөүен ошоға тиклем ишетеп кенә белә инек. Ошо көндәрҙә күсмә фельдшер-акушер пункты беҙгә лә килеп етте. Сикһеҙ ҡыуанысыбыҙҙы һеҙгә лә еткергебеҙ килә. Ауыл халҡын үҙегеҙ беләһегеҙ, улар дауаханаға йөрөргә, сәләмәтлектәрен тикшерергә бик үк ашҡынып бармай. Ә бында табиптар үҙебеҙҙең ауылға уҡ килгәс, ҡыуанышып сиратҡа барып баҫтыҡ. Фельдшер Татьяна Аптраева һәм акушер Влада Сутягина һәр беребеҙҙе ихлас ҡабул итте һәм һаулығыбыҙҙы ентекле тикшерҙе. Беҙ бында анализға ҡан тапшырҙыҡ, йөрәктәребеҙҙе һәм ҡан баҫымын тикшерттек һәм башҡа бик күп процедуралар үттек. Кемдәрҙең сәләмәтлеге менән проблемалары бар, шуларға табиптар үҙҙәренең кәңәштәрен әйтте. Хатта, бер ауылдашыбыҙҙы дауаханаға алып киттеләр.
Күсмә ФАП-ты үҙебеҙҙең ауылда тағы ла көтөп ҡалабыҙ!
Фәнзилә МУЛЛАҠАЕВА.
Күлләр ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас