

- Беҙҙең төп бурысыбыҙ - халыҡ өсөн асыҡ булыу һәм районыбыҙ халҡы сирләй башлағанын көтөп тормайынса, даими рәүештә тикшерелеү үтеүен һәм үҙҙәренең сәләмәтлектәрен ҡайғыртыуына булышлыҡ итеү. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә планлаштырабыҙ, - тине үҙенең тәбрикләү һүҙендә район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев.
Паркка йыйылған медицина хеҙмәткәрҙәре иң тәүҙә дауалау физкультураһы инструкторы Марсель Ҡолбахтин етәкселегендә, дәртле көйҙәр оҙатыуында разминка эшләп алды. Уларға районыбыҙҙың киләсәге - бәләкәй балалар ҙа килеп ҡушылды. Артабан акцияла ҡатнашыусылар Азамат Әмирйән улы етәкселегендә билдәле маршрут буйынса йәйәүләп китте. Атлап барған саҡта баш табипҡа төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һәм ошондай матур акция үткәреүҙәренә рәхмәт белдереүселәр күп булды. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең төп эштәрен дә онотманылар – диспансеризация үтергә кәрәклеге, эскелек һәм тәмәке тартыуҙың зыяны, кәүҙәнең артыҡ ауырлығын булдырмау хаҡында ҡулланмалар таратты. Шулай уҡ был көндө һәр кеше кардиолог, онколог, неврологтарҙан консультация алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Сәләмәтлек маршруты велосипедтарҙа дауам итте. Акция барышында уҙған асыҡ һөйләшеү ваҡытында барыһы ла ошондай сараны ай һайын үткәрергә кәрәк тигән тәҡдим менән сыҡты.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм был сараның ҡунаҡтары ыңғай тәьҫораттар алып, район дауаханаһы етәкселегенә йылы аралашыу форматы булдырғаны өсөн рәхмәттәрен белдереп таралышты. Сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе, район Мәҙәниәт һарайының тауыш режиссеры Филүс Шәнгәрәевҡа оло рәхмәтлебеҙ.
Анастасия ПИЛЮГИНА.