Даирә
+28 °С
Болотло

Сәләмәтлек – үҙебеҙҙең ҡулда!

Бөгөн иртән-иртүк Ҡарлыман ауылы халҡы “Сәләмәтлек поезы”на һаулығын тикшертергә йыйылды.

Сәләмәтлек – үҙебеҙҙең ҡулда!Сәләмәтлек – үҙебеҙҙең ҡулда!
Сәләмәтлек – үҙебеҙҙең ҡулда!

Килеүселәрҙе Өфө ҡалаһының 21-се клиника дауаханаһының күсмә мамморграфияһы, күсмә фельдшер-акушер пунктының медицина белгестәре ҡабул итте. Һәр пациенттың буйы, ауырлығы, ҡандағы шәкәр һәм холестерин күләме үлсәнде. Бынан тыш, улар маммография, ЭКГ тикшереүе үтте, биохимик һәм дөйөм анализдар тапшырҙы. Һаулығын тикшертергә килеүселәр шулай уҡ терапевт, эндокринолог, акушер-гинеколог, офтальмологҡа ла күренделәр.
“Сәләмәтлек поезы” янында сират көтөп торған апай-ағайҙарҙан, әбейҙәрҙән “Ошондай тикшерелеү үтеү һеҙҙең өсөн уңайлымы?” - тигән һорауға: “Дауаханаға яҙылып барырға яратмаған, йәиһә барырға мөмкинлеге булмаған кешеләр өсөн бик һәйбәт булды. Был программаны уйлап, тормошҡа ашырған кешеләргә, бигерәк тә беҙҙең һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып торған фельдшерыбыҙ Милена Филүс ҡыҙына рәхмәт инде”, - тип яуапланы улар бер төптән.

Мин дә бер юлы һаулығымды тикшертергә уйлап, бар табиптарҙы ла үтеп сыҡтым. Бындағы табиптарҙың мөғәмәләһе, артабан тикшерелеү өсөн анализдарға юллама яҙып, яҡшы итеп аңлатып биреүҙәре бик оҡшаны. Дауаханалағы аҡ стеналар булмауы ла, башҡаса атмосфера булдыра, ауылдаштар үҙ-ара аралашып, бер-береһенең хәл-әхүәлен белешеү өсөн дә уңайлы. Иң мөһиме, бындай “Сәләмәтлек поезы” нәҡ бер ауылға атап килә һәм һәр пациентты тикшермәйенсә эштәрен тамамламай. Бөгөн генә Ҡарлыман ауылында утыҙҙан ашыу кеше ҡабул ителде. 

Иртәгә “Сәләмәтлек поезы” үҙ эшен Ҡарлыман ауылында дауам итәсәк. 13 июндә ул Алайғыр ауылына юллана. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, барыһы ла “тере” сират менән ҡабул ителәсәк.

Аҡ халатлы табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә изге эштәре өсөн рәхмәт әйтеп, урындағы халыҡҡа инде бындай мөмкинселек булғанда барығыҙ ҙа килегеҙ, ваҡытында тикшерелегеҙ һәм сирҙәрҙе алдан киҫәтегеҙ тиергә генә ҡала.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас