

Күп тә ашамағыҙ, бик аҙ ҙа ярамай. Сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу мөһим.
Бауыр һәм сәтләүекте йыш ашаған ҡатын-ҡыҙҙың беренсе йыйырсыҡтары һуңырак барлыҡҡа килә.
40 йәштә бетакаротин бик файҙалы. 50-нән уҙғас һөйәктәрҙе формала тотоу өсөн - кальций, йөрәк эшмәкәрлеге өсөн магний яҡшы.
Балыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн кәрәк.
40 йәштән уҙған ир-аттарға селен кәңәш ителә. Был матдә сырҙа һәм бөйөрҙә күп була.
Эшләгеҙ. Ҡайһы бер төр һөнәрҙәр кешене йәшәртергә һәләтле, ти социологтар. Эшләмәгән кеше биш йәшкә олораҡ күренә икән.
Мөхәббәт, наҙ – ҡартлыҡҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу. Әлеге хистәр организмда эндорфин, йәғни бәхет гормоны бүлеп сығара. Был иммун системаһын нығыта.
Һәр ваҡытта, һәр нимәгә ҡарата үҙ фекерегеҙ булһын.
Хәрәкәттә – бәрәкәт. Көнөнә һигеҙ минут ҡына булһа ла физик күнегеүҙәр яһау ғүмерҙе оҙайта.
Йоҡо бүлмәһендә йылылыҡ 17-18 градус булырға тейеш.
Ара-тирә үҙ-үҙегеҙҙе һөйөндөрөгөҙ. Оҡшаған кейем-һалымды алып кейегеҙ, йәнегеҙ теләгән ризыҡты ашағыҙ.
Юҡ-барға үҙ-үҙегеҙҙе битәрләмәгеҙ. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, яман шеш менән ауырыған кешеләрҙең 64 проценты борсоуын үҙ эсенә йыя.
Баш мейеһен ваҡыт-ваҡыт эшләтеп торорға кәрәк. Кроссворд сисегеҙ, коллектив уйыннарҙа ҡатнашығыҙ, сит телдәрҙе өйрәнегеҙ. Күңелдән миҫалдар эшләгеҙ. Был баш мейе өсөн генә түгел, йөрәк эшсәнлеге, матдәләр алмашы өсөн дә файҙалы