Танышымдың биле ауырта ине. Ул, үҙе лә аңламаҫтан, аяҡ араһына бәләкәй мендәр ҡыҫтырып йоҡлай башланы. Шул һыҙланыуҙары үтте бит. Аҙаҡтан инде интернетта бына ниндәй мәғлүмәткә тап булдым:
"Аяҡ араһындағы мендәр тубыҡтарға бер-береһенә тейергә ирек бирмәй, шул рәүешле һеҙҙең тәнегеҙҙең өҫкө өлөшө һәм аяҡтарығыҙ араһында ҡан әйләнеше яҡшыра. Ә аяҡ-ҡулығыҙ, билегеҙ йә тубыҡтарығыҙ ауырта йәки тартыша икән, тимәк, бындай мендәр - ҡотолоу юлы. Ул билгә һәм янбашҡа баҫымды кәметә һәм тыныс йоҡларға булышлыҡ итә. Айырыуса эҫе көндәрҙә тубыҡтарығыҙ бер-береһенә тейһә, артыҡ йылы алмашыу барлыҡҡа килә, ул иһә дискомфорт тыуҙыра".
Фото: umcrzngps.ru