Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡа иләүенә ултырып... һауыҡҡан

"Был шифаланыу ысулын яҙған ханыма бик рәхмәтлҽмҽн", - тигәндәр дауаланыусылар.

Ҡырмыҫҡа иләүенә ултырып... һауыҡҡан
Ҡырмыҫҡа иләүенә ултырып... һауыҡҡан

Халҡыбыҙҙың дауалау ысулдары бик күп: кемдер үләндәр менән дауаланһа, икенселәре ҡырмыҫҡа иләүенә ултырып, һауыға. Халыҡ иң-томдары, дауаланыу ысулдарын бөгөн дә файҙаланыусылар бик күп. Түбәндәге яҙма бәлки кемгәлер ярҙам итер.

Гүзәл Ғүмәрова:
"Мин, бер ваҡыт, баҫҡыстан йығылып, аяғыма ныҡ ҡына травма алғас, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән осраҡлы ғына бер ҡатын менән танышып, ул миңә еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте. Күп тапҡырҙар яҙып та сыҡтым инде һорағандарға.
Үҙе ябай ҙа, үҙе бер тин аҡса ла сығармайынса ғына дауаланыу ысулы — ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын, аварияға эләгеп аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар, бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр тип ҡайтарып ебәрҙе, миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлиллаһ, тип һөйләгәйне. Мин дә шул ысул менән шифаланып, һеҙгә лә тәҡдим итәм. Кемдәрҙер ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып өйгә алып ҡайтҡан осраҡтарын да ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһенсә, ҡырмыҫҡаларҙың рәнйешен дә алырға мөмкин бит. Иң яҡшыһы — үҙеңә урманға барыу. Урманға барып, ҡырмыҫҡа иләүенең өҫтөнә түгел, ситенә генә аяҡты ҡуйып ултырыу ҙә етә. Ҡырмыҫҡалар алмашлап менә баралар, шифаларын ебәргәс төшә баралар. Улар организмда - һөйәктә нимә етмәй, шул матдәне эшләп, бүлеп сығаралар. Һөйәк яңырып китә. Күпме түҙеп ултыра алаһығыҙ икән, (15, 20, 25 минутмы) шул тиклем шифаһы күберәк була. Миңә үҙемә ике тапҡыр барыу етте, субханаллаһ. Запущенный ауырыуҙарға күберәк кәрәктер. Тик, көн дә барырға ярамай, ике-өс көндән, аҙнаға бер тапҡыр булһа - бигерәк тә яҡшы, алған дауа тарала яйлап. Тик дауаланыр алдынан ихлас күңел менән Аллаһ Тәғәләнән шифаландырыуын һорарға онотмағыҙ, сөнки ауырыуҙы ла, дауаһын да, шифаларын да тик Ул - бөйөк Раббыбыҙ - Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Дауаланғас та, "Әлхәмдүлиллаһ" - Аллаһ Тәғәләгә шөкөр, рәхмәт, тип Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ. Ҡамасаулағаным өсөн һеҙҙән ғәфү үтенәм, һеҙҙең биргән дауаларығыҙ өсөн дә, ҡырмыҫҡалар, һеҙгә лә рәхмәт, тип тә әйтһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шифаланыу ғына түгел, сауап та алырһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Шифалары тейһен һәр кемгә лә!!! Әәмиин".

Маһинур Йәғәфәрова:
"Бисмилләһир рәхмәнир рахиим! икҽ тапҡыр өйлә намаҙынан һуң икҽ рәҡәғәт нәфҽл намаҙы уҡып, Аллаһы Раббыбыҙҙан шифа һорап, барып килдҽм ҡырмыҫҡалар иләүенә؛ бҽрҽнсҽ тапҡыр барыуҙа уҡ һиҙҽлҽп тора үҙгәрҽш яҡшы яҡҡа әльхәмдүлилләәһи؛ был шифаланыу ысулын яҙған ханыма бик рәхмәтлҽмҽн.

Фото һәм текст сығанағы: "Тамаша" журналынан

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: