Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был – үҙенә күрә эпидемия

Башҡортостандағы һәр бишенсе бала  һимеҙлектән йонсой...    

Был – үҙенә күрә эпидемия
Был – үҙенә күрә эпидемия

Башҡортостандағы һәр бишенсе бала  һимеҙлектән йонсой...   Башҡортостандағы һәр бишенсе бала һимеҙлектән йонсой. Бәләкәстәрҙең артыҡ тән ауырлығы, нигеҙҙә, уларҙың дөрөҫ туҡланмауы һәм физик йәһәттән әүҙем булмауына бәйле. Волга буйы федераль округы балалар эндокринологы Олег Малиевскийҙың белдереүенсә, был – үҙенә күрә эпидемия һәм ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла. “30 йылдан ашыу һимеҙлектән йонсоған пациенттар менән эшләйем. Ун йыл элек, физик күнекмәләрҙең мотлаҡ кәрәк икәнлеге тураһында һөйләй башлағас, ата-әсәләр: “Балам 11-се класта белем ала, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә, тағы репетиторҙар менән шөғөлләнә. Ваҡыт юҡ!” – тине. Өс-дүрт йыл элек 9-сы класс уҡыусыларының ата-әсәһе лә: “Төп дәүләт имтиханына әҙерләнәбеҙ. Был берҙәм дәүләт имтиханынан да хәтәрерәк”,  – тип белдерҙе. Хәҙер иһә репетиторҙарҙы 1-се кластан “яллайҙар”. Был балаларҙың физик йәһәттән әүҙемлегенә кире йоғонто яһай”, – тигән фекерҙә медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь педиатрияһы кафедраһы профессоры Олег Малиевский.    “Был, ысынлап та, эпидемия. Ул үҫешкән илдәргә лә ҡағыла. Эпидемия критерийы – ниндәй ҙә булһа сирҙең 5 проценттан ашыуға артыуы. Балаларҙың һимереүенә килгәндә, былтыр республикала үткәрелгән тикшереүҙәрҙең башланғыс кластарҙа балаларҙың – һигеҙ процент. Тағы 12 процент балалар тән һимеҙлеге артыҡ, йәғни норманан күберәк. Өлкәндәргә килгәндә, хәл тағы ҡурҡынысыраҡ: төрлө йәштәгеләр 30-ҙан 50 проценты һимеҙлектән йонсой”,  – ти Олег Артурович. Был аяныслы хәлгә нимәләр сәбәпсе? Балалар өстән алты сәғәткә тиклем ваҡытын гаджет менән үткәрә, ә физик әүҙемлек өсөн бер сәғәт табырға кәрәк; Кемдеңдер шундай матдәләр алмашыныуы менән йонсоуы ихтимал, был осраҡта Һәр физик кенә түгел, интенсив йөкләмәләр булғанда ғына организмдағы май юҡҡа сыға; Ас килеш интенсив физик күнекмәләр эшләргә ярамай; Күнекмәләр ваҡытында углеводтар юҡҡа сыға, ә май физик күнекмәләрҙән һуң ғына “китә”. Шуға физик күнекмәләрҙән һуң туҡланыу рационынан углеводтарҙы алыу зарур; Физик күнекмәләрҙән һуң аҡһымға бай аҙыҡ-түлекте ашарға мөмкин; Ашыҡмай ашау (яҡынса 20 – 30 минут) яҡшы; Дарыу препараттары менән дауаланыуға ҡарағанда, дөрөҫ туҡланыу һәм физик күнекмәләр эшләү күпкә файҙалыраҡ; Ғаиләлә атай менән әсәйҙең икеһе лә һимеҙлектән йонсоһа, баланың да ошондай уҡ хәлгә тарыу ихтималлығы 80 – 90 процент тәшкил итә. Быға туҡланыу стиленең быуындан быуынға күсерелеүенә бәйле булыуы ла ихтимал; Диетаны физик күнегеүҙәр алдынан ғына боҙорға була; Артыҡ тән ауырлығы проблемаһын тотош ғаиләнең туҡланыу рационыны үҙгәртеүе һәм спорт менән шөғөлләнеүе һөҙөмтәһендә генә хәл итергә мөмкин.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-05-17/byl-en-k-r-epidemiya-3261050

Автор:
Читайте нас: