Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бутҡаның файҙаһы

Иң файҙалы бутҡа ваҡланмаған һәм таҙартылмаған ярманан һөттә шәкәрһеҙ һәм майһыҙ әҙерләнә.  

Бутҡаның файҙаһы
Бутҡаның файҙаһы

Манный диеталағы кешеләр өсөн бик яҡшы. Ауырыуҙарҙан һуң, кәүҙә ауырлығын арттырырға кәрәк булһа, манныйға баҫым яһар кәрәк. Һоло бутҡаһы матурлыҡ бүләк итеүсе булараҡ билдәле. Унда аҡһым, үҫемлек майҙары, витаминдар, минералдар күп. Йөрәккә яҡшы йоғонто яһай, нервы системаһын тынысландыра...

Иң файҙалы бутҡа ваҡланмаған һәм таҙартылмаған ярманан һөттә шәкәрһеҙ һәм майһыҙ әҙерләнә.

Иртән манный йәки һоло бутҡаһы ашау яҡшы. Манный диеталағы кешеләр өсөн бик яҡшы. Ауырыуҙарҙан һуң, кәүҙә ауырлығын арттырырға кәрәк булһа, манныйға баҫым яһар кәрәк. Һоло бутҡаһы матурлыҡ бүләк итеүсе булараҡ билдәле. Унда аҡһым, үҫемлек майҙары, витаминдар, минералдар күп. Йөрәккә яҡшы йоғонто яһай, нервы системаһын тынысландыра. Дөгө ашҡаҙан системаһында ауырыу булғандарға кәңәш ителә. Ул организмдан артыҡ шыйыҡсаны сығара, анемияны киҫәтә, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Тары – аҙ калориялы. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ҡан баҫымын яйға һала, арығанлыҡ тойғоһон бөтөрә. Кукуруз бутҡаһына айырыуса яҙлы-көҙлө өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ул иммунитетты нығыта, ябығырға ярҙам итә, айырыуса тимер һәм кремнийға бай.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Автор:
Читайте нас: