Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембәнән ҡайнатма (бал) рецепттары

Әле ялан-ҡырҙарҙа бәпембәнең гөрләп сәскә атҡан сағы. Һеҙҙең иғтибарға бәпембәнән ҡайнатма (бал) яһау өсөн ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ. 

Бәпембәнән ҡайнатма (бал) рецепттары
Бәпембәнән ҡайнатма (бал) рецепттары

350-400 самаһы бәпембә сәскәһен йыйып, бер литр һыуҙа ярты сәғәт самаһы ҡайнатып һөҙөргә. Ошо ҡатнашмаға самалап лимон кислотаһы йәки бер лимон турап һалып, бер килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 40-45 минут тирәһе ҡайнатырға. Әгәр бал эсендә лимон киҫәге булыуын теләмәһәгеҙ, ҡайнау барышында уны һөҙөп алырға мөмкин. Ҡалдырһағыҙ ҙа зыяны юҡ, лимон ҡайнатмаға үҙенсәлекле тәм өҫтәйәсәк.

Тағы ла бер мөһим шарт: әсе тәм бирмәһен өсөн йыйылған сәскәләрҙе бер тәүлек һалҡын һыуҙа тоторға кәрәк. Шулай уҡ икенсе ысул да бар: йыйып алыу менән сәскәнең төптәрен алып ташлап, ҡайнатма өсөн тик һары өлөшөн – таждарын ғына ҡулланырға мөмкин. Был осраҡта бәпембәне һыуҙа тоторға кәрәкмәйәсәк.

Тағы бер рецепт:

Таҙа ерҙән үҫемлектең тәүге сәскәләрен йыйырға. 350 бөртөк сәскәне йыуып, бер литр һыуыҡ һыу ҡойорға һәм талғын утҡа ҡуйып, өҫтөн ябып бер сәғәттәй ҡайнатырға. Шунан сәскәләрен һөҙөп ташларға ла һыуына бер килограмм шәкәр һалып, тағы бер сәғәт һүрән утта ҡайнатырға. Утты һүндерер алдынан ҡатнашмаға бер лимондың һутын тамыҙырға. Иртәгәһенә һыуынғас файҙалы ла, тәмле лә бал әҙер була. Сама менән яҡынса бер литр ҡайнатма (бал) килеп сыға.

Фото: mrfilin.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: