Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

12 май - Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡала

Яҙ айының иң күркәм мәлендә табиптарҙың уң ҡулдары булған иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Көнө-төнө кеше һаулығы һағында тороусы үҙ эшенең оҫталары районыбыҙҙа байтаҡ. Бөгөнгө һүҙем шундай аҡ халатлы фәрештәләрҙең береһе – Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Резеда Хәкимова хаҡында булыр.

12 май - Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡала
12 май - Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡала

12 май - Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө
Һайлаған һөнәренә тоғро ҡала
Яҙ айының иң күркәм мәлендә табиптарҙың уң ҡулдары булған иң шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Көнө-төнө кеше һаулығы һағында тороусы үҙ эшенең оҫталары районыбыҙҙа байтаҡ. Бөгөнгө һүҙем шундай аҡ халатлы фәрештәләрҙең береһе – Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән Резеда Хәкимова хаҡында булыр.
Йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Иҫке Аҡташ ауылында тыуып үҫкән Резедаға кескәй генә саҡтан әсәһе гелән: “Ҡыҙым, һин үҫкәс медик булырһың ул”, - тип әйтер булған. Ысынлап та, әсә кешенең хыялы тормошҡа аша.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлап, Иҫке Шәрәй ауылында урта белем алған Резеда Рәшит ҡыҙы күп тә уйлап тормай Өфөләге 1-се медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлаған йәш белгес 1988 йылда район үҙәгенең терапия бүлегенә шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша һәм ошо көндәргә тиклем бында тырышып хеҙмәт итә.
Кешеләрҙе яратҡан, ихтирам иткән кеше генә был һөнәргә тоғро ҡала. Резеда Хәкимова ла тап шундайҙарҙан. Дауаланыусыларҙан да, хеҙмәттәштәренән дә уның тураһында тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.
- Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлағанға бер ҙә генә үкенмәйем. Эшем шул тиклем оҡшай, тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтермәйем. Һәр саҡ сирлеләргә күңел йылыһын, иғтибарымды йәлләмәҫкә һәм уларҙың хәлен еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Эш ваҡытында төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, шулай уҡ төрлө ҡатмарлы хәлдәр менән осрашырға ла тура килә. Уларҙың һәр береһе - яҡшыһы ла, күңелһеҙе лә күңелдә уйылып ҡала бара. Әммә, дауахананан һауығып, аяҡҡа баҫып сығып киткәндәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – үҙе бер кинәнес һәм эшемдең һөҙөмтәһе. Хеҙмәтебеҙҙең нескәлектәре күп, шуға күрә даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, һөнәреңдә заман менән бергә үҫергә лә тура килә, - ти яратҡан эше тураһында шәфҡәт туташы.
Резеда Рәшит ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, йортонда ла уңған хужабикә һәм әсәй. Хәкимовтар ғаиләһе ике ул үҫтереп аяҡҡа баҫтырғандар. Оло улдары Эльвир Өфөлә үҙенең яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Эльмир Мәскәүҙә газ-нефть өлкәһе буйынса юғары белем ала һәм эшләп йөрөй.
Әлеге көндә Резеда Рәшит ҡыҙы Иҫке Аҡташ ауылында йәшәгән оло йәштәге әсәһен ҡарарға ла өлгөрә.
- Атай-әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен. Улар мине уҡыттылар, аяҡҡа баҫтырҙылар. Мин уҡыған саҡта автобустар йөрөмәй торғайны. Атайым һәр саҡ мине юлға сығарып, оҙатып ҡуя, ҡаршы ала ине. Уларҙың ҙур ярҙамы менән яратҡан һөнәремә эйә булдым. Хеҙмәт урыныбыҙ икенсе ғаиләбеҙгә әүерелеп китә. Шуға күрә ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәремә, беҙҙең эшебеҙҙе яратып ҡабул иткән пациенттарға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Хеҙмәттәштәремдең барыһына ла изге эштәрендә уңыштар, күңел тыныслығы, ә дауаланыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, - ти хәҙер үҙе йәш белгестәргә ҙур таяныс булған Резеда Рәшит ҡыҙы.
Йылы һүҙ – йән дауаһы тигәндәй, шәфҡәт туташтары сирҙе генә дауалап ҡалмай, шулай уҡ кешенең күңел торошон да хәстәрләргә өлгөрә. Ә уның өсөн кешене лә, һөнәреңде лә яратырға кәрәк. Резеда Хәкимова кеүек, ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәгән, Гиппократ антына тоғро ҡалған тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең кешелеккә күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә лә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: