+12 °С
Болотло
Шифа һорау доғаһы
Үҙенең ғаиләһендә берәйһе ауырый башлаһа, Аллаһтан ярҙам һорап, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо доғаны уҡыған: “Аллаһүммә Раббән-нәс, әзһибил-бәэс, үәшфи әнтәш-Шәәфи, лә шифә-ә иллә шифә-үк, шифә-ән лә йүгадиру сәкамә”.
Мәғәнәһе: «Йә, Аллаһ! Кешеләрҙең Раббыһы! Был сирҙе йырағайт (бөтөр) һәм шифаландыр! Һин – Дауалаусы, Һинең шифаңдан башҡа шифа юҡ. Сир ҡалмаҫлыҡ итеп дауала!»
(Бохари риүәйәте, 5750)