Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апрель 2023, 09:35

Халыҡ дауаһы

Ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Халыҡ дауаһы

Ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Ҡолаҡ шаулаһа...

❖ 300 таҙартылған һарымһаҡты ярты литрлы банкаға тултырырға ла, өҫтөнә спирт ҡойорға. 3 аҙна төнәтергә. Ошо төнәтмәне көн һайын ярты стакан һөткә 20-шәр тамсы тамыҙып эсергә.

❖ 1 стакан ҡайнаған һыуға 1 ҡалаҡ мелисса үләнен һалып, сәй кеүек бешерергә. Был үләндең зыяны юҡ, уны оҙайлы ваҡыт һәм сикләнмәгән күләмдә эсергә була.

Баш ауыртҡанда

❖ Маңлайға, елкәгә йәки сикәләргә сей картуф, сөгөлдөр киҫәктәрен, сирень һәм дегәнәк япрағының өҫҡы яғын ҡуйығыҙ.

Йүтәл

❖ Бигерәк тә яҙ, йәй көнө йүтәл ауыр үтә. 2 ҡалаҡ аҡ майға 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ бойҙай оно, 2 балғалаҡ таҙа бал ҡушырға. Көнө буйы сәғәт һайын 1-әр балғалаҡ эсергә.

❖ Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн мүк еләге (брусника) һуты сиробын бал менән эсергә.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: