+3 °С
Болотло
Лaвp майы
Ваҡ итеп туралған лавр япрағын 1 аш ҡалағы алып, 1 стакан зәйтүн (оливкoе) майына һалабыҙ һәм йылы урында 15 көн төнәтәбеҙ.
Әҙер майҙы арҡаның ауыртҡан еренә һөртөп, йылы итеп төрөнөп ятырға кәрәк булыр.
Төнәтмә
1 балғалаҡ онталған лавр япрағын 1,5 стакан ҡайнар һыу менән бешерәбеҙ. Унан термосҡа бушатып, 4 сәғәт төнәтәбеҙ. Аҙаҡ һөҙөп алабыҙ һәм әҙер төнәтмәне 12 сәғәт дауамында әҙ-әҙ йотоп эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы 4 көн.
Һау-сәләмәт булығыҙ!