Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Апрель 2023, 06:52

Насар ғәҙәттәргә “Юҡ!” тибеҙ

Сәләмәт тормош алып барыу ғүмеребеҙгә зыян килтерерлек ғәҙәттәр менән бер нисек тә йәнәшә килә алмай. Шуның өсөн сәләмәт ғаиләнең иң мөһим ҡағиҙәләренең береһе булып насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу тора.

Насар ғәҙәттәргә “Юҡ!” тибеҙНасар ғәҙәттәргә “Юҡ!” тибеҙ
Насар ғәҙәттәргә “Юҡ!” тибеҙ

Насар ғәҙәттәргә “Юҡ!” тибеҙ

Сәләмәт тормош алып барыу ғүмеребеҙгә зыян килтерерлек ғәҙәттәр менән бер нисек тә йәнәшә килә алмай. Шуның өсөн сәләмәт ғаиләнең иң мөһим ҡағиҙәләренең береһе булып насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу тора.   

Тәмәке тартыу, алкоголь эсемлектәр менән мауығыу – бындай зыянлы ғәҙәттәрҙе яратыусылар үҙҙәренә генә түгел, шулай уҡ үҙҙәре янындағы ғаилә ағзаларына, бигерәк тә балаларға төҙәлмәҫлек зыян килтерә. Бала бит һәр саҡ ата-әсәһенән үрнәк ала.

Бала табыуҙы планлаштырған ваҡытта һәм ауырлы саҡта уҡ сабыйҙың аналыҡ эсендә үҫешеүенә, уның сәләмәтлегенә, интеллектына, психикаһына һәм социаль адаптацияһына алама ғәҙәттәрҙең йоғонтоһо булыуы күп тапҡырҙар күп һанлы күңелһеҙ миҫалдар менән иҫбат ителгән.   

Ғалимдарҙың күптән түгелге һығымтаһы буйынса, күп балаларҙың тәмәке тартыуға ылығыуы, уларҙың ата-әсәләренә оҡшарға тырышыуынан ғына түгел, ә үпкәләренең тәмәкегә өйрәнеүенән дә.
Шулай уҡ имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың башҡа ябай ғаиләләләрҙә үҫкән үҙҙәренең тиңдәштәренән айырмалы рәүештә алкоголь эсемлектәрҙе иртәрәк татып ҡарауы һәм ылығыуы күптән иҫбат ителгән. 

Статистиканың ҡурҡыныс һандары күрһәтеүенсә, беҙҙең илдә 9-15 йәшлек балалар наркоманға әйләнә һәм уларҙың күбеһе быны ата-әсәләренән күреп өйрәнә.

Ғәҙәттә “насар ғәҙәттәр” тигән һүҙбәйләнеште телгә алыу менән беҙҙең аңда тәмәке тартҡан һәм эскән кешеләрҙең образдары барлыҡҡа килә. Әммә тәү ҡарашҡа бер зыянһыҙ булып күренгән, шул уҡ ваҡытта һеҙҙең физик сәләмәтлеккә генә түгел, ә психик сәлмәтлеккә лә зыян килтереүсе аңһыҙ ғәмәлдәр ҙә насар ғәҙәттәр рәтенә инә.

Хәҙерге заман тормошон төрлө гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай ҙа балаларҙың бындай ысул менән ваҡыттарын үткәрергә ғәҙәтләнеүен булдырмау ата-әсәләрҙең төп бурысы булып тора. Компьютер уйындары, интернет, социаль селтәрҙәр балаларҙы бик тиҙ арала виртуаль донъяға йәлеп итә. Ә һуңынан унан сығыуы бик ҡыйын. Девайс менән яңғыҙ ҡалыу ваҡытын контролдә тотоу кәрәк һәм балаға төрлө ҡыҙыҡлы эштәр, бергәләшеп уйнау тәҡдим итер кәрәк.

Әгәр бөтә ғаилә буш ваҡытын диванда ятып телевизор ҡарап йәки компьютер уйындары уйнап үткәрһә, бындай пассив ял сәләмәтлек менән бәйле проблемаларға һәм артыҡ кәүҙә ауырлығына ла килтереүе бар. 

Туҡланыу менән бәйле насар ғәҙәттәр – фастфуд, консервалағы һәм эшкәртелгән аҙыҡ-түлек, газлы эсемлектәр һәм пакеттағы һуттар, ярымфабрикаттарҙы йыш ҡулланыу һәм башҡа шуның кеүектәр  - төрлө сирҙәрҙән башҡа һеҙгә бер нимә лә килтермәйәсәк.

Үҙегеҙҙе уратып алған бар нәмәне бары тик үҙегеҙ генә булдыраһығыҙ. Шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Шуның өсөн иң тәүҙә насар ғәҙәттәрҙән арынып, үҙегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк, ә шунан һуң башҡаларҙы ла үҙгәртергә тырышып ҡарағыҙ.

Сәләмәт һәм бәхетле тормош алып барыу өсөн һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләгә зыян килтерә торған әйберҙәрҙән бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә баш тартырға кәрәк.

Үҙегеҙҙе һәм үҙегеҙҙең яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Анастасия ПИЛЮГИНА.

 

Автор:
Читайте нас