Әгәр баш ауыртһа...
1 стакан йылы һыу эсеп ҡуйыу файҙалы булыр – ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлата.
Ауыртыу һаман да баҫылмаһа, күҙҙе йомоп, бер нимә тураһында уйламайса тыныс ҡына ятып торорға кәрәк. Ятҡан килеш бармаҡтарға, сикә һәм ике ҡолаҡҡа массаж яһарға була.
Ауыртыу бер ҙә баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, былай эшләп ҡарағыҙ:
- лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ;
- 1 стакан йылы һыуға 1 лимон һутын һығып эсегеҙ;
- аҙнаға бер тапҡыр булһа ла кәбеҫтә һуты эсеү баш ауыртыуынан һаҡлай;
- сикәгә 5-10 минутҡа кәбеҫтә япрағы ҡуйып тороу ҙа ярҙам итер.
+24 °С
Ямғыр






