Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Март 2023, 12:01

Файҙалы сәскә

Айырыуса йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәш ителә

Файҙалы сәскәФайҙалы сәскә
Файҙалы сәскә

ЙҮКӘ СӘСКӘҺЕНЕҢ ФАЙҘАҺЫ

Ул ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

🔸Шулай уҡ ул - һалҡын тейеп ауырығанда ла бына тигән дауа сараһы. Айырыуса йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға температура төшөрөү сараһы булараҡ кәңәш ителә. Дарыу үләне булғанлыҡтан, уны оҙаҡ ваҡыт эсергә ярамай. Хәл уңайланғас, туҡтатырға кәрәк.

🔸 Һалҡын тейеп ауырығанда, йүкә сәскәһенең дауалау үҙенсәлеге артһын өсөн, баҡа япрағы йәки шалфей ҡушып эсергә лә мөмкин.

Әҙерләү: 1 аш ҡашығы кипкән йүкә сәскәһенә 200 мл ҡайнап торған һыу һалып, 20 минут томалап торғандан һуң эсергә була.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас