+24 °С
Ямғыр


БЕР СЕМТЕМ ТОҘ - МЕҢ ФАЙҘА
Тоҙ ҡабып ҡуйыуҙың файҙаһы бар:
Ул һыуһауҙы баҫа.
Тамаҡ ауыртып торһа, тоҙ ҡапҡас ул еңеләйә.
Теш, айырыуса урттарҙың һыҙлауы баҫыла.
Хәтерләйһегеҙме, әбейҙәр мунсанан һуң гел тоҙ ҡабып ҡуя ине. Фәнни яҡтан был бик еңел аңлатыла. Юғары температурала (мәҫәлән, мунсала) тән ҡыҙа һәм кәүҙәлә иң һалҡынса урын ауыҙ ҡыуышлығында булып һанала. Бактерия-вирустар шунда йыйыла. Тоҙ иһә, тәбиғи консервант булараҡ (тәбиғи натрий хлор булараҡ), уларҙан ҡотолоуҙан яҡшы бер сара икән.