Яҙ еткәс, сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙең һаны артыуы күҙәтелә. Бөйөр синдромы булған геморрагик биҙгәк – киҫкен йоғошло ауырыу. Сысҡан һымаҡ кимереүселәр вирустың резервуары булып тора, шуға күрә сирҙе лә «сысҡан биҙгәге» тип атайҙар.
Сысҡандар – кеше организмына эләккәндә балаларҙа һәм ололарҙа төрлө етди ауырыуҙарға сәбәпсе булған инфекциялар таратыусы йән эйәләре. Кинәт кенә башланып китеүсе был сирҙе йыш ҡына тәүге стадияһында киҫкен респиратор ауырыу менән бутайҙар. Инкубация осоро үткәс кенә сиргә хас билдәләр ныҡлап күренә башлай. Сысҡан биҙгәге – насар эҙемтәләргә, атап әйткәндә, инвалидлыҡҡа, үлемгә килтереүсе бик яман ауырыу.
Бигерәк тә ауыл халҡына был сирҙе йоҡтормау өсөн бик һаҡ булыу зарур. Ҡырмыҫҡалы районында күптән түгел генә “сысҡан биҙгәге” менән ҡаты сирләүсе бер нисә кеше теркәлгән.
Улар араһында Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Фирүзә Абдуллина ла бар.
- Ноябрь аҙағында ҡапыл ғына температурам күтәрелде һәм үҙемде насар тоя башланым. Хатта быуындарым ауырта башланы. Һыуыҡ тейгәндер тип, үҙемсә дауаланырға тотондом, әммә бер дарыуҙың да файҙаһы теймәне, хәлем бөтөнләй насарайҙы. Шунан ғына район үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт итергә булдым. Мине тәүҙә терапия бүлегенә, ә өс көндән һуң интенсив терапия бүлексәһенә күсерҙеләр. Бөтөнләй атлай алмай башланым. Йүткертмәй, сөскөртмәй, быуындарым һәм мускулдарым һыҙлай, күңелем болғана һәм ныҡ итеп башым ауырта, хәл юҡ. Табиптар “сысҡан биҙгәге” диагнозын ҡуйғас, тейешенсә дауалай башланылар. Шулай итеп декабрь аҙағында ғына дауахананан сыҡтым. Был сир тураһында күп тапҡырҙар ишеткәнем булды, тик тап үҙем ошо сиргә дусар булырмын тип бер ҙә генә уйламағайным. Һәр кемебеҙ был сир менән осрашыуы мөмкин икән дә. Ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең барыһының да тиерлек аҙбарҙары бар, ә унда ғәҙәттә сысҡандар ҙа эйәләшә. Шуға беҙҙең кеүек ауыл ерендә донъя көткәндәргә бигерәк тә һаҡ ҡыланырға кәрәк тигән һығымта яһаным. Шуныһы мөһим: үҙеңде насар тоя башлау менән үк табиптарға күренергә кәрәк. Шул саҡта сирҙе лә еңелерәк үткәрәһең һәм тиҙерәк һауығаһың да, - ти был турала Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы һәм үҙ һөнәре оҫталары булған табиптарға, шәфҡәт туташтарына оло рәхмәтен белдерә.
Йыш ҡына кеше сысҡан биҙгәге вирусы менән зарарланған туҙанды һулағанда сирҙе йоҡтора, шулай уҡ кимереүселәрҙең бүлендектәре тейгән һыу, аҙыҡ-түлек продукттары, йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланған ваҡытта зарарлана. Ауырыу күпселек осраҡта ауыл хужалығы эштәре, урман эшкәртеү, баҡсала эш иткәндә, еләк-емеш һәм бәшмәк йыйыу өсөн урманға барғанда, тәбиғәттә ял иткәндә эләгә. Зарарланыуҙан алып ауырыу башланғанға тиклем ваҡыт 7 көндән 25 көнгә ҡәҙәр тәшкил итә, уртаса алғанда 17 көн уҙа, һирәк осраҡтарҙа – 40 көн.
Зарарланыуҙан ҡотолоу өсөн профилактика сараларын үтергә кәрәк. Урманға барғанда шәхси гигиена сараларын теүәл үтергә, һауыт-һаба һәм ризыҡты үлән өҫтөнә, ағас төптәренә ҡуймаҫҡа, бының өсөн махсус клеенка ҡулланырға кәрәк.
Кимереүселәр зыян һалған йәки бысранған продукттарҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Эсә торған һыу ҡайнатылған булырға тейеш. Аҙыҡ-түлекте кимереүселәр инә алмаҫлыҡ урындарҙа һаҡларға кәрәк.
Сысҡан биҙгәге менән зарарланыуҙы ышаныслы киҫәтеү өсөн баҡсалар, шәхси ҡоролмалар һәм башҡа территорияларҙа кимереүселәрҙе юҡ итергә кәрәк, тип билдәләп үтелә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте идараһы хеҙмәткәрҙәре.