+28 °С
Болотло


Өй шарттарында яһалған крем йыйырсыҡтарҙан ярҙам итә
Уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, кәстрүлгә һалып, кишер ҡапланғансы итеп көнбағыш майы һалабыҙ. Һүрән утта кишер йомшарғансы быҡтырабыҙ. Шунан ҡатышманы марля аша үткәреп, уға 15-20 грамм балауыҙ (воск) һалабыҙ ҙа ул иреһен өсөн тағы плитаға ҡуябыҙ. Шунан бер аҙ һыуынған ҡатнашмаға ярты балғалаҡ бал, 7-10 тамсы кедр эфир майы һалабыҙ һәм банкаға һалып, ябабыҙ.
Был крем төрлө бит тиреһе өсөн дә ярай. Күҙ янындағы йыйырсыҡтарҙан ярҙам итә.