Даирә
+24 °С
Дождь
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Февраля 2023, 04:49

Рөстәм Нәбиевкә өс операция яһаясаҡтар

"Күбеһен һөйләмәйем, өндәшмәй ҡалдырам, сөнки минең өсөн борсолоуҙарын һәм ғәйепләүҙәрен теләмәйем", - тип яҙҙы ул.   

Рөстәм Нәбиевкә өс операция яһаясаҡтарРөстәм Нәбиевкә өс операция яһаясаҡтар
Рөстәм Нәбиевкә өс операция яһаясаҡтар

Блогер Рөстәм Нәбиевтең Көньяҡ Америкалағы иң бейек тауҙарҙың береһен – Аконкагуа түбәһен яулауы тураһында хәбәр иткәйнек. Был Рөстәм тарафынан ҡулдары ярҙамында хәрәкәт итеп яуланған алтынсы тау булды.

Ҡатмарлы, оҙайлы сәфәрҙән ҡайтҡас, блогер үҙенең Телеграм-каналында хәл-әхүәле менән уртаҡлашты.

“Быйыл беҙ Эверестҡа барырға тейеш инек, әммә һаулығымдың ҡаҡшауын тоям. Мин ныҡ арыным. Һәр ваҡыт юлда булыуҙан арыным. Мин үҙемде тауҙарҙа ҡалдырам бит. Һәр тауға менеү минән иҫ киткес көс талап итә. Күп нимәләр тураһында һөйләмәйем, күбеһен әйтмәй ҡалдырам, сөнки минең өсөн борсолоуҙарын һәм ғәйепләүҙәрен теләмәйем.

Быйылғы йылды үҙемә һәм сәләмәтлегемә бағышлайым. Әле миңә өс операция үткәрергә кәрәк: яурынбашыма, урология һәм оториноларингология буйынса. Киләсәккә пландар күп. Мин уларҙы тормошҡа ашырасаҡмын”, - тип яҙҙы Рөстәм.

Яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/wall

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-02-07/r-st-m-n-bievk-s-operatsiya-ya-ayasa-tar-3132947

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас