Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Ғинуар 2023, 23:31

"Ыҙалауым ҡул менән һыпырып ташлағандай булды!"

70 йәште үткән шул тиклем теремек, шәп апай бар беҙҙең ауылда. Бер нисә йыл элек уның нисек шулай йәштәр кеүек ырғыта баҫып йөрөүенең сәбәбен һорағайным...

"Ыҙалауым ҡул менән һыпырып ташлағандай булды!"
"Ыҙалауым ҡул менән һыпырып ташлағандай булды!"

Был тарихты Әбйәлил районынан Сәфинә Ҡусҡарова бәйән итте. Кемдәр һыҙланып яфалана, уларға кәңәш булыр ине тип, һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар.

...70 йәште үткән шул тиклем теремек, шәп апай бар беҙҙең ауылда. Бер нисә йыл элек уның нисек шулай йәштәр кеүек ырғыта баҫып йөрөүенең сәбәбен һорағайным.

- Яҙ еткәс, һары һыу ҡуҙғала тигәндәре дөрөҫ бит ул, йә аяҡтар ауырта, йә билдән тота.
Шунлыҡтан ошо ваҡытта үләндәрҙе дөрөҫ йыйып ҡулланып ҡалығыҙ, аяҡ аҫтында ятҡан үләндәрҙең дә файҙаһы бик ҙур бит, шуға күрә ете төрлө шифалы үлән йыйып ултырығыҙ, - тип кәңәш бирҙе ул.

Бик иғтибар менән уның кәңәштәрен тыңлап, ул әйткәнсә эшләнек, ысынлап та, файҙаһы бар икән. Ҡыш буйы тубыҡтан ыҙалап сыҡҡайным, сәнсеп һыҙлай ине, үләнгә ултырғас, ҡул менән һыпырып ташлағандай булды, тфү-тфү, күҙ теймәһен! Хәҙер инде бер нисә йыл инде яҙҙы, үләндәр менән дауаланыу осорон түҙемһеҙлек менән көтөп алам.

Һеҙҙең иғтибарға ла яҙып үтәйем әле, бәлки, кемгәлер кәрәге тейер.
Яҙ етеп, көндәр йылынғас та, май аҙағында йә июнь башында урманға барып (был ваҡыт үләндәрҙең иң шифалы ваҡыты була) уҫаҡ япрағы, ҡайын япрағы йыябыҙ. Шулай уҡ юл япрағы, дегәнәк япрағы, йәш кесерткән кәрәк буласаҡ. Хуш еҫле ҡарағат япрағы, мәтрүшкә лә өҫтәргә була, һис тә зыяны булмаҫ.

Иғтибар!!!
Һыҙланыуҙарҙан ярҙам итеүсе, иң файҙалыһы уҫаҡ япрағы икәнен онотмағыҙ, шуға мөмкин тиклем уны күберәк йыйырға кәңәш ителә. Беҙ алып ҡайтҡас уҡ, мунса яғып, 200 литрлыҡ бакка алып ҡайтҡандарҙы ауҙарып, эҫе һыу ҡоябыҙ. Ул шулай ултырып бығырға тейеш, башын ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Шунан һыуы йылымыс булғас, инеп ултырырға була. Беҙҙең һауыт ҙур булғас, мин муйынға тиклем төшөп ултырам.

Тәү ултырғанда 15 -20 минуттан артыҡ булырға тырышмағыҙ. Сөнки артыҡ ултырһаң, йөрәктең хәле бөтә. Хәлегеҙгә ҡарап инде, кемдең юғары ҡан баҫымы, йөрәге ауырта, врачтар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына былай эшләргә мөмкиндер.

Һыуҙан сыҡҡас, тиҙ генә сайынып, ҡайтып йылы юрған аҫтына ятырға кәрәк. Аҙаҡ инде, хәл кергәс, баллап сәй эсергә була.

Өс тапҡыр ултырһаң. етә. Шуға икенсе көнө тағы мунса яғып, бактан һыуҙы алып, кире йылытып, тағы ултырырға була. Йыбанмаһағыҙ, өр-яңынан үлән йыйып алып килеп эшләргә була.

Бөтә кешенең дә ундай ҙур һауыты булмаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ кемгәлер һыуға ултырырға ярамай . Ундайҙарға йыйған үләнде йылы мунсала эләүкәгә ҙур полиэтилен тоҡтоң эсенә һалып ҡуйырға кәрәк. Шунда ятып бығырға тейеш. Ул йылынғас, эсенә инеп ятырға була.
Эффекты шул уҡ буласаҡ. Бында оҙағыраҡ ваҡытҡа ла ятырға мөмкин. Тик сыҡҡас, иғтибарлы булығыҙ, сөнки талпан йәбешеүе бар.

Үләнгә ултырғандан һуң тирләтә, бер аҙналай ныҡ һаҡланыр кәрәк, һыуыҡ тейҙерергә ярамай. Шулай, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртайыҡ, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ. Һаулыҡтың үҙ ҡулыбыҙҙа икәнен онотмайыҡ !

Был кәңәштәр кемгәлер ярҙам итһә, бик шат булыр инем.

(Сәфинә Ҡусҡарова, https://vk.com/id165214921)

Фото: https://vk.com/id165214921

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-01-28/s-fin-apay-y-alauym-ul-men-n-ypyryp-tashla-anday-buldy-3122485

Автор:
Читайте нас: