Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Ғинуар 2023, 04:53

Йүгерә башларһығыҙ!

Аяҡ һыҙлауҙан алама нәмә юҡ...

Йүгерә башларһығыҙ!Йүгерә башларһығыҙ!
Йүгерә башларһығыҙ!

Аяҡ һыҙлауҙан алама нәмә юҡ икән. Мин дә уйламағанда шул бәләгә тарыным. Тупһанан күтәреләм - аяҡ ауырта, төшәм - аяҡ ауырта. Апаруҡ йәшенә ҡарамаҫтан йүгереп йөрөгән инәй был ауыртыуҙан ҡотолоу юлын өйрәтте.

Биш пакетик ҡәнәферҙең (гвоздика) өҫтөнә 100 грамм араҡы йә спирт ҡояһың. Ул ҡарағусҡыл төҫкә инһә - әҙер. Шуны һыҙлаған тубыҡтарға һөртәһең дә, өҫтөнә шыптыр ябаһың. Көн һайын, ауыртыу баҫылғанға тиклем. Ә ул тиҙ баҫыла. Тупһанан йүгереп менеп-төшә башларһығыҙ.

Автор:
Читайте нас