Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Ғинуар 2023, 21:54

Аяҡтарығыҙ һыҙлаһа...

Шулай уҡ уны һалҡын тейгәндә, невралгия булғанда, ауыртҡан, бешкән урындарға, тымау һәм гайморит булғанда танау тирәһенә, шешкән урындарға, биттәге һытҡыларға, баш тиреһе майлы булғанда сәс тамырына һөртөргә мөмкин.

Аяҡтарығыҙ һыҙлаһа...
Аяҡтарығыҙ һыҙлаһа...

Һәр ваҡыт ярҙамы тҽйә торған төнәтмәне үҙебеҙ ҙә яһай алабыҙ.
Бының өсөн алоэ гөлөнөң япрағын (алдан бер аҙна самаһы һыу һипмәҫкә), уртаса ҙурлыҡтағы әсҽ ҡыҙыл борос, бер аш ҡашығы кипкән ҡанлы үлән (чистотел) ваҡлап турарға кәрәк.

Шуға ярты литр араҡы ҡушырға һәм ун көнгә ҡараңғы һалҡынса урынға ҡуйып торорға. Төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға.

Әлеге төнәтмә менән тубыҡтар, аяҡ балтырҙары һыҙлаған саҡта ыуынырға кәңәш ителә. Шулай уҡ уны һалҡын тейгәндә, невралгия булғанда, ауыртҡан, бешкән урындарға, тымау һәм гайморит булғанда танау тирәһенә, шешкән урындарға, биттәге һытҡыларға, баш тиреһе майлы булғанда сәс тамырына һөртөргә мөмкин.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: