Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ғинуар 2023, 21:44

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47% артҡан

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары 47% артҡан, ләкин һуңғы аҙнала кәмеүгә табан бара. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47% артҡан
Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус йоҡтороу осраҡтары 47% артҡан

Республикала 10 ғинуарға ковид йоҡтороуҙың 124 осрағы теркәлгән. 258 пациент коронавирустан һауыҡҡан. Әле 149 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 1 456 кеше өй шарттарында дауалана. Инфекция госпиталдәрендә коронавирустан дауалау өсөн 430 койка әҙерләнгән, буш койка фонды —35%.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты — 0,70, Рәсәйҙә иһә 0,93 тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-10/v-bashkirii-za-poslednie-30-dney-zabolevaemost-koronavirusom-vyrosla-na-47-3099508

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: