Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ғинуар 2023, 21:51

21 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалғандар

Былтыр хирургтар йөрәкте трансплантациялау буйынса биш ҡатмарлы операция үткәргән.  

21 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалғандар
21 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалғандар

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү юлдары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, Республика кардиология үҙәге белгестәре һуңғы дүрт йыл эсендә трансплантация ярҙамында 21 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Былтыр хирургтар йөрәкте трансплантациялау буйынса биш ҡатмарлы операция үткәрһә, быйыл да шунсаны эшләргә ниәтләй.

– Республикала ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре менән яфаланған пациенттарға махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамының бөтә төрҙәре башҡарыла. 2022 йылда йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына 26 627 операция эшләнде. Шул уҡ ваҡытта коронар артерияларҙың ангиопластикаһы арта. Йыл һайын йөрәк ритмы боҙолғанда 1700-ҙән ашыу операция яһала, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ангиографтарҙы әүҙем йәлеп итергә ҡушты. Йәғни улар эшһеҙ тормаҫҡа, әгәр теге йәки был тораҡ пунктында йәшәүселәр мохтаж икән, ҡорамалдар кисекмәҫтән эшкә ҡушылырға тейеш.

– Беҙ ҡиммәтле медицина техникаһы һатып алабыҙ. Элек республикала бер ангиограф булған. Хәҙер ул биш ҡалала бар. Шулай уҡ КТ, МРТ бар. Беҙ уларҙың башҡа илдәрҙә нисек эшләгәнен күрҙек. Һеҙҙә берҙәм система булырға тейеш. Компьютерҙа тап әлеге мәлдә ниндәй ҡорамалдар буш икәнен белеп торорға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикала бындай системаның эшләүе, интерактив карта булыуы хаҡында хәбәр итте. Радий Хәбиров ғәмәлдәге система тураһында ентекләберәк киләһе кәңәшмәләрҙең береһендә хәбәр итергә ҡушты.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: