Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Ғинуар 2023, 10:15

Йыл табибы

Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы, терапия бүлеге мөдире Зөлфиә Хәмитова бик оҙаҡ йылдар район халҡының һаулығы һағында тора.

Йыл табибы
Йыл табибы

Йыл табибы

Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы, терапия бүлеге мөдире Зөлфиә Хәмитова бик оҙаҡ йылдар район халҡының һаулығы һағында тора. Табиптар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Зөлфиә Винер ҡыҙына буласаҡ һөнәрен оҙаҡ һайларға тура килмәй. Медицина институтын тамамлаған йәш табип 1998 йылда район дауаханаһына кардиолог булып урынлаша. Оҙаҡ йылдар терапевт булып эшләгән әсәһе Флүрә Хәсәнова һәм башҡа бик күп тәжрибәле табиптар һәр саҡ уға кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. 2006 йылда Зөлфиә Хәмитова участка терапевы булып эшкә күсә. Пандемия ваҡытында ул алғы һыҙыҡта була һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ инфекцион ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.

- Коллегаларымдан уңдым. Улар миңә һәр саҡ терәк булып торҙо. Коллективыбыҙ ҙа һәр саҡ татыу булды. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Бергә эшләгән шәфҡәт туташтары ла үҙҙәренең эшен еренә еткереп башҡара. Коллегаларымдың үҙ эштәренең оҫталары, компетентлы, тәжрибәле, пациенттарға ҡарата итәғәтле булыуы һоҡландыра. Улар менән эшләүе лә еңел. Артабан да шулай ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә яҙһын, - ти тәжрибәле табип үҙенең хеҙмәттәштәре тураһында.     

Бик үк еңелдән булмаған һөнәр эйәһе бер ҡасан да үҙ эшенә зарланмай. Уны ысын мәғәнәһендә аҡ халатлы фәрештәгә тиңләргә була.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: