Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Декабрь 2022, 16:04

Иммунитетты күтәрә

Әлеге көндә иммунитетты нығытыу барыбыҙға ла бик кәрәк.

Иммунитетты күтәрә
Иммунитетты күтәрә

Был эсемлек иммунитетты күтәрә, ашҡаҙан эшмәкәрләген яҡшырта, ҡанды таҙарта, быуындар ауыртҡанда ярҙам итә, йөрәк ауырыуҙарын киҫәтә, матдәләр алмашыныуын яйға һала һәм нерв системаһын нығыта.
Һөткә ҡушыр өсөн башта куркуманан паста әҙерләбеҙ. 2 аш ҡалағы куркуманы 1 стакан һыуға һалып, бик яҡшылап бутайбыҙ. Әҙер ҡатнашманы талғын ғына утка ҡуйып, бутай-бутай 7 минут тирәһе, бер аҙ ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡ, паста һыуынғас, быяла һауытҡа һалып, өҫтөн яҡшылап ҡаплап һыуытҡыста һаҡларға.

Әлеге файҙалы эсемлекте әҙерләү өсөн 1 сәй ҡалағы пастаны 1 стакан йылы һөткә һалып бутайбыҙ ҙа, тәменә ҡарап бер аҙ бал ҡушабыҙ. Был ҡатнашмны көнөнә 2 стакан эсәргә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы - бер ай, йәки ай ярым.

Автор:
Читайте нас: