Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 12:40

Республика эпидемия алдында

“Сусҡа киҙеүе” тарала, ул илдең 82 төбәгендә асыҡланған...

Республика эпидемия алдында
Республика эпидемия алдында

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, киҙеү менән сирләү осраҡтары был аҙнала үткәндәгенән 22 процентҡа артҡан. Лабораториялар 14 осраҡтың киҙеү икәнен раҫлаған, шуларҙың һигеҙе балаларҙа асыҡланған. 10 осраҡта “сусҡа киҙеүе” (А(H1N1)09) диагнозы ҡуйылған.

Рәсәйҙә хәл нисек? “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова белдереүенсә, киҫкен вируслы сирҙәр һәм киҙеү осраҡтары үткән аҙна менән сағыштырғанда 35,4 процентҡа артҡан, ә 37 төбәктә сир күрһәткесе уртаса Рәсәй күрһәткесенән дә юғарыраҡ. Штамдар араһында “сусҡа киҙеүе” нығыраҡ тарала, ул 82 төбәктә асыҡланған. Эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, төбәктәргә Яңы йыл байрамы алдынан вирустың таралыуын кәметеү өсөн миҙгел сирҙәренән һаҡланыу сараларын күреү буйынса мәғлүмәтлелекте арттырыу бурысы ҡуйылған.

Киҙеү вирусы кешенән кешегә тиҙ йоға, уны һәр кем, йәшенә, организм торошона ҡарап, үҙенсә үткәрә.  Өлкәндәр, балалар, ауырлы ҡатындар, хроник сирҙәргә дусар, иммунитеты “йомшаҡ” кешеләр  ауырыуға тиҙ бирешеүсән. Вирусты нисек йоҡтормаҫҡа? “Роспотребнадзор”ҙың  түбәндәге кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ҡулдарығыҙҙы һабынлап йышыраҡ йыуығыҙ. Ҡулдар гигиенаһы – киҙеүҙең таралыуын иҫкәртеүҙә мөһим сара. Һабын менән бергә микробтар ҙа йыуыла. Өҫтәл өҫтәрен, гаджеттарҙы, ишек тотҡаларын даими таҙартып тороғоҙ.

Вирусты йоҡтормау өсөн ауырыуҙар эргәһенә яҡын килмәгеҙ, дистанция кәм тигәндә бер метр булырға тейеш. Ҡулдарығыҙ менән битегеҙгә, күҙегеҙгә, танауығыҙға теймәҫкә тырышығыҙ. Халыҡ күп йыйылған урында битлек кейегеҙ. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, туҡланыуҙы яҡшыртығыҙ. Ауырып киткән осраҡта үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ. 

Вируслы сирҙәрҙең артыуы сәбәпле,  республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  поликлиникаларҙың эш режимын үҙгәртте. Хәҙер улар дүшәмбенән йомаға тиклемге осорҙа 21.00 сәғәткә тиклем  эшләй. Ял көндәрендә лә пациенттар табипҡа күренә ала. Шәмбелә 20.00 сәғәткә тиклем пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр. Йәкшәмбелә дежур белгестәрҙе өйгә саҡыртырға мөмкин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: