Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 16:08

Эс ауыртҡанға терапевҡа яҙыуҙары дөрөҫмө?

"Мин ауырыйым, ә табипҡа ике аҙнанан һуң ғына яҙалар. Ни эшләргә?" - тип һорайҙар йыш ҡына. 

Эс ауыртҡанға терапевҡа яҙыуҙары дөрөҫмө?
Эс ауыртҡанға терапевҡа яҙыуҙары дөрөҫмө?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттары табиптарға яҙылыуҙың иң мөһим  ҡағиҙәләрен аңлатты.

1.Нисек яҙылырға?

Министрлыҡтың контакт-үҙәге аша 122 (өҫтәмә 2) номеры буйынса яҙылыу графигы түбәндәгесә: эш көндәрендә 7.30 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә, йәкшәмбелә 8.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем.”МТС”, “Билайн”, “Мегафон” абоненттарының мобиль телефонынан шылтыратыу бушлай. ”Дәүләт хеҙмәттәре”,”Берҙәм медицина порталы”, “К врачу” мобиль ҡушымтаһы аша ла яҙылырға мөмкин.

2.Минең эсем ауырта, ни өсөн гастроэнтерологҡа түгел, ә терапевҡа яҙалар?Был законлымы?

Был дөрөҫ, тәртип шундай. Терапевт һалҡын тейгәнде генә дауаламай бит, ә киң профилле белгес, үҙенсәлекле медицина диспетчеры. Ул һеҙгә анализдар тәғәйенләй, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса дауалау билдәләй йәки тар белгескә ебәрә. Эс ауыртыуҙың сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал, ашҡаҙан-эсәк юлы сире лә, миокард инфаркты, хатта онкология билдәһе булыуы ла мөмкин. Терапевтан йәки педиатрҙан тыш, үҙ аллы дөйөм практика табибына, хирург, офтальмолог, отоларинголог, дерматолог, инфекционист, уролог, акушер-гинеколог, стоматолог, психиатр, нарколог, фтизиатр, фельдшер кеүек белгестәргә яҙыла алаһығыҙ. Икенсе тапҡыр килгәндә табип һеҙҙе үҙенә йәки башҡа табипҡа тура яҙа. Мәҫәлән, һеҙ эндокринологта булғандан һуң ул һеҙгә ике аҙнанан йәнә килергә ҡушһа,  был саҡта терапевтҡа барырға кәрәкмәй.

3.Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең билдәләнгән срогы бармы?

 Бар, әлбиттә. Ашығыс (экстрен) ярҙам 20 минут эсендә күрһәтелә. Кисектергеһеҙ ярҙам – ике сәғәт эсендә. Участка табибынан – 24 сәғәт дауамында. Онкологияға шик тыуғанда консультация – өс көн эсендә. Табип-белгестең планлы консультацияһы –14 көндә. Ультратауыш, компьютер томографияһы, магнит-резонанслы томография һәм башҡа тикшеренеүҙәр –14 көндә.

  1. Ашығыс ярҙам йәиһә кисектергеһеҙ ярҙам кәрәклеген нисек билдәләргә?

Ғүмергә хәүеф янағанда мотлаҡ ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. Бында һүҙ имгәнеү, ҡан ағыу, йөрәк өйәнәге, инсульт, тын алыу функцияһы боҙолоуы, аң юғалтыу тураһында бара. Сәләмәтлеккә хәүеф тыуғанда (ә ғүмергә түгел) кисектергеһеҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк. Мәҫәлән, хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә, температура, ҡан баҫымы күтәрелгәндә. Әлбиттә, хәлдәр төрлөсә була, икеләнгән саҡта диспетчер ярҙамға килә. Уларҙың һыналған  эш алгоритмы бар. Шуға күрә табипты саҡырғанда диспетчер һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тырышығыҙ.

  1. Мин ауырыйым, ә табипҡа ике аҙнанан һуң ғына яҙалар. Ни эшләргә?

Көтөргә ярамай! Был ғүмерегеҙ өсөн бик хәүефле. Ашығыс осраҡтарҙа һеҙҙе шул уҡ көндә ҡабул итергә тейештәр. Һәр поликлиникала кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кабинеты бар, унда эшләгән табип һеҙгә ярҙам күрһәтә йәки стационарға оҙата ала.

Фото: ГКБ№3 имени Б.И. Альперовича

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: