Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Декабрь 2022, 08:39

Проблемалар яңғыраны, мәсьәләләр сиселде

Ошо көндәрҙә районда медицина хеҙмәтләндереүе һорауҙары буйынса халыҡ менән осрашыу булды. Был сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев һәм район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ҡатнашты.

Проблемалар яңғыраны, мәсьәләләр сиселде
Проблемалар яңғыраны, мәсьәләләр сиселде

Проблемалар яңғыраны, мәсьәләләр сиселде

Ошо көндәрҙә районда медицина хеҙмәтләндереүе һорауҙары буйынса халыҡ менән осрашыу булды. Был сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев һәм район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ҡатнашты.

Әлфир Фәрхәт улы муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫешенең төп күрһәткестәре менән ҡыҫҡаса таныштырғас, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү проблемаларына туҡталды:

- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бик күп эштәр башҡарыла. Бигерәк тә ауылдарҙағы ФАП-тарға ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа республика программалары буйынса модулле ФАП-тар булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Киләсәктә лә ошо эште дауам итәсәкбеҙ, сөнки ауыл халҡы өсөн был бик кәрәкле һәм мөһим. Шулай уҡ район үҙәк дауаханаһында күп эштәр эшләнә. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса районда 52 мең тирәһе халыҡ йәшәй. Ошо халыҡтың барыһын да район үҙәк дауаханаһы хеҙмәтләндерә. Кадрҙар йәлеп итеү менән дә ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү эше әүҙем алып барыла. “Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә һуңғы ике йыл ярым эсендә улар өсөн өс йорт төҙөлдө һәм бер фатир бирелде. Шулай уҡ ер участкалары бүләбеҙ. Был йүнәлештәрҙә  эш артабан да дауам итәсәк. Медицина университеты студенттары менән даими осрашып, уларҙы үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 49 кеше белем ала. Тағы ла Рәсәй вуздарында уҡыусылар бар. Барлығы 54 студент уҡыуҙарын тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға бурыслы. Тик үткән йылдарҙың практикаһы һәм тәжрибәһе күрһәтеүенсә, төрлө сәбәптәр менән уларҙың яртыһы ҡайтмай. Ҡыуанысҡа, маҡсатлы йүнәлтмәнең талаптарҙы үҙгәрҙе, - тине район хакимиәте башлығы.

Артабан һүҙ баш табибҡа бирелде. Ул эш барышы һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

- Район үҙәге дауаханаһында яңы кеше түгелмен. Бындағы эш һәм коллектив менән күптән танышмын. Әлбиттә, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Фельдшерҙар етешмәй. Шуға күрә күрше ФАП-тарҙың фельдшерҙарын эшкә йәлеп итергә тура килә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, йәштәрҙең күбеһе үҙәккә, ҡалаға китергә тырыша. Шулай уҡ терапевтар, хирургтар кәрәк. Бөгөнгө көндә беҙгә 16-17 терапевт, 5 хирург талап ителә. Табиптар етешмәгәнлектән, әле эшләп йөрөгән белгестәргә ныҡ ауырға тура килә. Уларға әллә нисә белгестең эшен башҡарырға тура килә. Барығыҙ ҙа белгән Ҡырмыҫҡалылағы легендар инфекцион дауахананың корпусын реконструкциялау башланды. Реконструкиянан һуң был бина бик йәмле, беҙҙе бик күп йылдар ҡыуандырып торорҙай балалар поликлиникаһына әйләнер тип ышанабыҙ. Бар яҡтан уңайлы булған модулле ФАП-тар булдырыуҙы ла дауам итәсәкбеҙ. Коллектив менән осраштыҡ, киләсәккә маҡсаттар билдәләнек. Беҙгә тиклем эшләнгәнде һаҡларға, тағы ла күп эштәр башҡарырға һәм тағы ла яҡшыраҡ эшләргә тырышырға тигән мәсьәләләр ҡуйҙыҡ, - тине Азамат Әмирйән улы.

Сығыштарҙан һуң залда ултырған Яңы Ҡыйышҡы, Шәрипҡол, Бельский, Ҡарламанбаш фельдшерҙары ФАП урынлашҡан биналарҙың йылытыу системаһының насар эшләүенә зарланды. Был проблеманың сәбәптәре шунда уҡ асыҡланды һәм контролгә алынды.

Һөйләшеү һуңында һәр кеше баш табипҡа шәхсән һорауҙары менән мөрәжәғәт итеү форсаты алды.

Етәкселәрҙең халыҡ менән ошондай форматта осрашыуы бик күп проблемаларҙы хәл итергә, мәсьәләләрҙе ваҡытында сисергә һәм медицина ярҙамының сифатлыраҡ башҡарылыуына булышлыҡ итер тип ышанабыҙ. 

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: