Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Декабрь 2022, 21:32

Ауылда медицина ярҙамы сифаты яҡшыра

Табиптың йүнәлтмәһе буйынса һәм диспансерлаштырыу үткәндә был тикшереү бушлай күрһәтеләсәк  

Ауылда медицина ярҙамы сифаты яҡшыра
Ауылда медицина ярҙамы сифаты яҡшыра

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы рентгенография һәм маммография өсөн заманса ҡорамалдар алды. Элек дауаханала рентген аппараты булһа ла, уның күптән иҫкереүе, эаман талаптарыны яуап бирмәүе билдәле ине. Ә маммограф бөтөнләй булманы, ҡатын-ҡыҙ тикшереү үтеү өсөн Күмертау ҡалаһына йөрөнө. Хәҙер был ҡиммәтле яңы аппараттар район дауаханаһы поликлиникаһына урынлаштырылған.  23 миллион һумлыҡ ҡорамалдар оҙаҡламай пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы В.Ваһапова әйтеүенсә, ҡырҡ йәштән өлкәнерәк пациенттарҙы маммограф ярҙамында тикшереү күкрәк яман шешенән үлем осраҡтарын кәметәсәк. Табиптың йүнәлтмәһе буйынса һәм диспансерлаштырыу үткәндә был тикшереү бушлай күрһәтеләсәк.

Быйыл дауахана коллективы ла йәш белгестәр менән тулыланды. Кадрҙарҙың артыуы һәм ҡорамалдарҙың яңырыуы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатында  сағылыш табасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: