- 2021 йылдың ғинуарынан әлеге көнгә тиклем ҡолаҡ ауырыуҙары менән кеше мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда әҙерәк. Икенсе урында – тамаҡ ауырыуҙары. Киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы ла индерһәк, уларҙың һаны етә. Ә бит былар медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеүселәр генә. Күптәр тымауланым, тип дауаханаға йүгерергә ашыҡмай, өйҙә дауаланыу менән булыша. Тымауҙы, танау тоноуҙы дөрөҫ дауаламағанда, ҡатмарлы эҙемтә¬ләргә килтереүе бар, шуға күрә һаҡ булығыҙ, табип менән кәңәш¬ләшеп дауаланығыҙ.
- Эйе, табиптар еңелсә генә ауырыуҙарын етди өҙлөгөүҙәргә алып барып еткергән пациенттарға йәндәре көйөүен беләбеҙ. Ә ҡайһы бер пациенттың бер сөскөрөү менән дауаханаға йүгереүенә нисек ҡарайһығыҙ?
- Мин ундайҙарҙы осратҡаным юҡ әле. Улар сәләмәтлектәренә етди ҡараған һәм буш ваҡыттары булған кешеләрҙер, күрәһең. Миңә ныҡлап ауырыған йәиһә ауырыуҙары йәшәргә лә, эшләргә лә ныҡлап ҡамасаулаған кешеләр генә килә.
- Ниндәй симптомдар булғанда ашығыс рәүештә лор-ға йүгерергә кәрәк?
- Әгәр ҙә 10 көн эсендә тымау бөтмәһә, кисен тән температураһы 37,5-кө етһә, баш ауыртһа ашығыс рәүештә лор табибына барыу хәстәрен күрергә кәрәк. Ябай тымау бер аҙна эсендә бөтөргә тейеш. Әгәр ҙә ул һуҙыла икән, гайморит булыуы ихтимал. Шулай уҡ ҡолаҡ ауыртһа һәм тонһа, йәиһә тамаҡ ауыртып, муйында шеш булһа, тын алыуы һәм йотоуы ауырлашһа, кисекмәҫтән табипҡа күренеү мотлаҡ. Тимәк, кеше организмы ниндәйҙер ауырыу барлығы хаҡында сигнал бирә, был осраҡта үтеп китер, тип еңелсә ҡарарға ярамай. Былар онкология сипмтомдары ла булыуы ихтимал.
- Күп кешеләр ҡолаҡ ярыһы шартлаһа йәиһә йыртылһа, һаңғырау булып ҡалаһың, тип уйлай. Шул дөрөҫмө?
- Август һәм сентябрь айҙарында ғына миңә барабан ярыһы шартлап һәм киҫкен отит менән өс пациент килде. Барыһының да ауырыуы ыңғай дауаланды. Ваҡытында антибиотиктар тәғәйенләү, физиотерапия дауалауы барабан ярыһын тарттырыуға булышлыҡ итә. Хирургия дауалауы ла талап ителмәне.
- Күптәр танауға тамыҙа торған дарыуҙарға өйрәнеп китеү ҡурҡынысы бар тип уйлай. Ысынлап та шулай булһа, танау тоноуҙы нисек бөтөрөргә?
- Эйе, был тамсылар наркотиктар кеүек бәйлелек тыуҙыра. Нимә эшләргә? Бер нимә лә һалмаҫҡа. 2-3 көндән танау үҙе тын ала башлай. Йыш ҡына күптәр танауына дарыу тамыҙмайынса йоҡлап китә алмаҫмын тип ҡурҡа. Ә бит уйлап ҡараһаң, танауға операция яһағанда ике-өс тәүлеккә тампондар ҡуйыла, кешеләр бынан үлмәй, ауыҙ менән тын ала. Был тамсылар башта ярҙам итә, һуңынан файҙаһы булмай башлай, һуңынан операция яһатырға тура килә. 7-10 көн дарыу тамыҙғандан һуң туҡтатырға кәрәк. Ә ринит, гайморит булғанда гормональ тамсыларҙы бер ай ҡулланһаң да зыяны юҡ.
- Балала аденоид барлығын нисек белергә?
- Бала төндә танауы менән тын ала алмайынса, танауы һыҙғырһа, дарыуҙар ярҙам итмәһә, табипҡа барыу мотлаҡ. Тимәк, аденоидтар танау ҡыуышлығын ҡаплаған. Әгәр ҙә икенсе дәрәжә аденоид икән (30-40 процент) оператив дауалау кәрәк буласаҡ. Балаға дүрт йәш тә тулмаған булһа, операция эшләтмәҫкә кәрәк, сөнки 70 процент осраҡта уның насар эҙемтәгә килтереүе бар. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта, әгәр бала отит менән ауырыһа һәм ишетеү һәләтен юғалта башлаһа, операция яһатырға кәрәк.
- Ә гайморит нисек дауалана?
- Иң элек рентгенға төшөрөргә кәрәк. Күп осраҡтарҙа ваҡытында антибиотиктар, физиотерапия менән дауалау ҙа килешә. Ләкин, терапия ғына ярҙам итмәһә, табип эренде тишеп ағыҙа һәм йыуҙырта. Ҡайһы ваҡыт мотлаҡ тишергә тура килә, сөнки эрен мейегә китеп, менингитҡа әйләнһә, тағы ла насарыраҡ.
- Рәйсә Ғосман ҡыҙы, бер тиштергәндән һуң гайморит тағы ла, тағы ла килеп сыға, тиҙәр...
- Сөнки улар ваҡытында тиштерергә килмәгәндәр. Эрен танау ҡыуышлығында ике
айҙан артыҡ булғанда, хроник ауырыуға әйләнә. Ә хроник гайморитты әле бер кем дә дауалағаны юҡ, ауырыуҙы оҙаҡ ваҡыт кисектереп тороу ғына мөмкин.
- Йылдың ҡайһы осоронда ауырыу көсәйә?
- Лор-ауырыуҙар йыл әйләнәһенә тиерлек туҡтамай. Йәйге эҫелә лә кондиционерҙар, вентиялторҙар ебәреү менән бәйле, синуситтар, ангиналар, төрлө паратонзилляр абцестар булып тора. Һыуыҡ тейеп ауырыуҙар көндәр һыуыта башлағас, октябрь-ноябрь айҙарында башланып, март-апрель айҙарына тиклем дауам итә.
- Элек табиптар йәштәрҙе йоҡа кейенеп йөрөгәнгә, һалҡын тейҙерәләр, ти ине. Ә хәҙер шапкалар, күп ҡатлы шарфтар, йылы пуховиктар кейеү модаға инде. Былар йәштәр араһында ауырыуҙарҙы кәмеүгә килтерҙеме?
- Улай тип әйтмәҫ инем. Ярай, йәштәр баштарына кейҙе лә ти, ләкин бит ҡыҫҡа салбар аҫтынан аяҡтары күренеп тора, өҫтәүенә кроссовки ғына кейәләр. Йәиһә, ҡалын шарф быуып, шапкаһыҙ, иҙеүе асыҡ курткала йөрөйҙәр. Аҡыл ҡайҙа, эш матурлыҡта ғына түгел бит. Йылы кейенгәс, баштан аяҡ кейенергә кәрәк.
- Нисек итеп ҡолаҡ, тамаҡ, танау ауырыуҙарын булдырмаҫҡа?
- Иң мөһиме – өшөмәҫкә, сөнки барлыҡ лор-ауырыуҙарҙың төп сәбәбе һалҡын алдырыуҙа. Һалҡын тейҙермәҫ өсөн сынығырға, яҡшы туҡланырға һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барырға кәрәк. Мотлаҡ һауа торошона ҡарап кейенеп йөрөгөҙ. Иң мөһиме – аяҡтарығыҙ йылыла булһын, һалҡында башығыҙға кейеп йөрөргә онотмағыҙ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
1. Гайморит булһа, танауҙың уң һәм һул яҡ өлөштәренә эрен йыйыла;
2. Этмоидитта күҙ алмалары ауырта, күҙҙең тоташҡан урындарын эрен ҡаплай;
3. Фронтит күҙәтелгәндә баштың маңлай өлөшөнә эрен йыйылып, ауыртыу шунда барлыҡҡа килә;
4. Иң ҡурҡынысы - сфеноидит, сөнки баш мейеһе янына йыйыла башлаған эренде тиҙ арала таҙартмаһаң, хәлдең үлем менән тамамланыуы бар.
Синусит күп осраҡта тымау ваҡытында йә унан һуң барлыҡҡа килә. Шуға ла 5–7 көн дауамында танау тонһа, тын алыуы ауырлашһа, баш ауыртһа, баш әйләнһә, насар йоҡлаһағыҙ, кисекмәҫтән табип оториноларингологка мөрәжәғәт итеү фарыз.
Был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, әлбиттә, түбәндәге кәңәштәрҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк:
1. Бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтегеҙ, дымлы һәм һыуыҡ һауала оҙаҡ йөрөмәгеҙ;
2. Самолетта осҡан саҡта синусит менән яфаланыусыларҙың ауырыуы икеләтә көсәйә, шуға ла юлға сығыр алдынан табип менән кәңәшләшеү хәйерле;
3. Бассейндарҙа һыу инеүҙән баш тартырға кәрәк, сөнки был осраҡта хлорлы һыу ҙа насар тәьҫир итә;
4. Синусит менән ауырығанда, дауаланғандан һуң ике аҙна тирәһе эҫе мунсаға йөрөргә кәңәш ителмәй;
5. Бысраҡ, туҙанлы, тәмәке төтөнө менән тулған бүлмәләрҙә ултырыу ҙа ауырыуҙы көсәйтә;
6. Иң мөһиме - өшөмәҫкә, һыуланмаҫҡа, һауа торошона ҡарап кейенергә һәм үҙегеҙҙе һаҡларға, яратырға онотмағыҙ!