Даирә
+24 °С
Ямғыр
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Октябрь 2022, 09:56

Киҙеүҙең яманы килгән...

Өфөлә H3N2 типлы А киҙеүе төрө теркәлгән. Уны берәү Мысырҙа йоҡтороп ҡайтҡан.

Киҙеүҙең яманы килгән...Киҙеүҙең яманы килгән...
Киҙеүҙең яманы килгән...

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, был вирус лаборатор рәүештә раҫланған.

"Роспотребнадзор"ҙың республика бүлексәһе белгестәре һаҡ булырға ҡуша. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан да иҫкәртәләр: сит илдәрҙә йөрөһәгеҙ, ҡайҙа ниндәй вирус барлығын белешегеҙ, ауырыу таралған ергә бармағыҙ. Әйткәндәй, гриптың был төрө малдан йоғоуы ихтимал. Шуға ла мал-хайуандарға тотонғандан һуң ҡул йыуырға онотмағыҙ. Икенсе төрлө был киҙеүҙе гонконг киҙеүе тип йөрөтәләр.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-10-19/ki-e-e-yamany-kilg-n-2994909

 

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас