Даирә
+21 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Октябрь 2022, 07:11

Ҡара миләш йыйырға ваҡыт етте

Ҡара миләштең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында кешеләр күптән белгән. Тәүҙә уны тире ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар.  

Ҡара миләш йыйырға ваҡыт еттеҠара миләш йыйырға ваҡыт етте
Ҡара миләш йыйырға ваҡыт етте
20-се быуат урталарынан ғына, бер нисә лаборатор тикшереү үткәргәндән һуң, ҡара миләш дауалау сараһы булараҡ киңерәк ҡулланыла башлаған. Энциклопедияларҙа уның арония тигән атамаһын да осратырға мөмкин. Миләш ағасының ҡара емештәре һәр кемгә яҡшы таныш. Тәүҙә ул бер төрлө ауыҙҙы ҡурыштырып торған, әскелтем кеүек була, өлгөргәс иһә татлы һәм тәмле емешкә әүерелә. Емеше татлы булыуға ҡарамаҫтан, калорияһы әҙ, 100 г емештә бөтәһе 55 ккал. Уны сентябрь аҙағында йыялар. Ҡыш башланыр алдынан организмды файҙалы матдәләр менән байытыу өсөн бик тә ҡулай.
Файҙалы үҙенсәлектәре
Ҡара миләштең төп файҙалы үҙенсәлеге – уның яман шешкә ҡаршы тора алыуында. Төҫөнән үк күренеүенсә, ҡара миләштә антоциан күп. Улар үҫемлеккә төҫ биреү ролен генә үтәмәй, ә туҡымаларҙы әсеү процесынан һаҡлай. Антоциандар, икенсе төрлө уны антиоксиданттар тип атайбыҙ, күҙәнәктәрҙә үҙгәрештәр тыуҙырыусы кислородтың ирекле радикалдарын нейтралләштерә. Уның составындағы таниндар канцерогендарҙы берләштереп, шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Ҡара миләш файҙалы витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. P, C, PP, E, шулай уҡ B төркөмө витаминдары, каротин, көкөрт, тимер, марганец, баҡыр составындағы тап ошо матдәләр күп ауырыуҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Унда шулай уҡ фруктоза менән лактоза бар. Был тиҙ үҙләштерелеүсе шәкәр диабет менән ауырыусылар өсөн бик тә файҙалы. Ҡара миләш емеше мейе эшмәкәрлеген, ҡан баҫымын көйләргә лә ярҙам итә. Шулай уҡ иммун системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Уның йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн дә файҙаһы ҙур. Бынан тыш, ул ҡыҙылса, тиф, скарлатина ауырыуҙарын дауалау өсөн дә файҙаланыла. Ҡара миләштең файҙалы үҙенсәлектәре нур ауырыуын дауаларға ярҙам итеү осраҡтары билдәле. Ул бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшыртырға булышлыҡ итә, атерсклероз менән ревматизмды дауалай. Ҡан баҫымын күтәрә тип ҡурҡырға ла түгел, киреһенсә уны беренсе һәм икенсе дәрәжәләге гипертония ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланалар. Ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметә, юғары кислоталылыҡҡа ҡаршы көрәшә. Миләш ҡулланыу дизентерия таяҡсалары үҫешен дә тотҡарлай. Емешенең составындағы пектиндар организмдан ағыулы һәм радиоактив матдәләрҙе сығарырға булышлыҡ итә. Үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булыу сәбәпле, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә.
Составында йод күп булыу сәбәпле, диффуз боғағы менән яфаланыусыларға тәҡдим ителә. Уны даими рәүештә ҡулланғанда эндокрин системаһына ыңғай йоғонтоһо булыуы ихтимал.
Ҡара миләштең емеше генә түгел, япраҡтары ла файҙалы. Уны бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Иң күп файҙалы матдәләр уның емешенең ҡабығында. Улар ҡан тамырҙары нығытыуға айырыуса ҙур йоғонто яһай.
Кемдәргә ярамай?
Органик кислоталарға бай булыу сәбәпле, гастрит һәм ашҡаҙан, бөйән сей яраһы ауырыуҙары булғанда һаҡ булырға кәрәк. Сир киҫкенләшмәгән осраҡта әҙ-әҙләп кенә ҡулланырға ярай. Шулай уҡ гипотониктарға (ҡан баҫымы түбән булғанда), эс ҡатҡанда, ҡан ҡуйы булғанда уны ҡулланыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.
Нисек ҡулланырға?
Юғары ҡан баҫымынан: 1 кг миләшкә бер стакан һыу ҡойоп, 30 минут бешерергә. Һуңынан һутып һөҙөп алып, көнөнә ике тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Түбән кислоталы гастриттан: 0,25 стакан яңы һығылған һутын эсергә.
Гипертония ауырыуҙарынан: 50 г емешенә бер ҡалаҡ бал ҡушып, 40 көн дауамында ҡулланырға.
Атеросклероздан: 1 кг емешенә 700 г шәкәр ҡушып иҙергә һәм көнөнә 100 г ашарға.
Гиповитаминоздан, аҙ ҡанлылыҡтан: ҡара ҡарағатты ҡара миләш менән ҡушып бутарға. Шулай уҡ ҡарағат урынына гөлйемеште бешереп ҡушырға ла мөмкин.
Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн: кипкән емешен һыуҙа ун минут ҡайнатып, көнөнә ярты стакан эсергә.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас