+24 °С
Ямғыр


Ҡан баҫымын үлсәгес, йәғни тонометр, һәр йортта тиерлек бар. Ә уны дөрөҫ ҡуллана беләһегеҙме? Табиптар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
Үлсәгестең манжетын беләккә йөрәк тәңгәленә туралап кейергә кәрәк, тиҙәр. Ҡан баҫымын иртән ашамаҫ борон йәки туҡланғандан һуң ике сәғәт үткәс үлсәү дөрөҫ. Ултырғыстың арҡаһына ныҡлы терәлеп ултырып йә ятҡан килеш (тәүҙә өс-биш минут ятып тороғоҙ) үлсәү яҡшы. Шулай уҡ мөмкин тиклем тыныс булыу кәрәк. Тыпырсыныу, бер тороп, бер ултырыу осраҡтарында тонометрҙың организмдың хәл-торошон яңылыш күрһәтеүе ихтимал.
Фото: images.myshared.ru