Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Сентябрь 2022, 09:59

ТАШҠАБАҠТАН ИКРА

Бының өсөн беҙгә 3 кг таш ҡабаҡ, 800 гр һуған 800 гр кишер 270 гр (3,5 аш ҡалағы) томат соусы 1 аш ҡалағы тоҙ 2 аш ҡалағы шәкәр 1 балғалаҡ борос, теләк буйынса тәмләткестәр (паприка, карри - 1 аш ҡалағы), 250 гр көнбағыш майы һәм 2 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе кәрәк була.

ТАШҠАБАҠТАН ИКРА
ТАШҠАБАҠТАН ИКРА

Таш ҡабаҡты, һуғанды, кишерҙе турайбыҙ. Айырым һауытҡа көнбағыш майы ҡойоп, башта һуғанды, аҙаҡ кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ. Таш ҡабаҡты ҙурыраҡ һауытҡа һалып, кишер менән һуғанды өҫтәйбеҙ. Көнбағыш майы ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡансы уртаса, аҙаҡ талғын утта яҡынса 1 сәғәт быҡтырабыҙ (бөтә йәшелсәләр ҙә иҙелеп бешергә тейеш). Ваҡыт-ваҡыты менән яҡшылап болғатып торабыҙ.
Томат пастаһы һалып, тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Лайфхак: томат пастаһы һалғас, төбөнә тиклем болғатмаҫҡа, юғиһә паста йәбешеп көйә. 10 минут үткәс кенә яҡшылап болғатабыҙ.
Специялар өҫтәйбеҙ (тоҙ, борос, шәкәр, паприка). Бер нисә минут ҡайнағас, утты һүндерәбеҙ.
Артабан блендер менән пюре булғансы туғыйбыҙ (4-5 минут). Блендерға бер аҙ ял биреп торорға ла онотмағыҙ 😉
Икраны йәнә утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе һалып, талғын утта 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Иҫкәрмә: ҡапҡасын ябыҡ тоторға! Икра сәсрәп ҡайнай торған.
Ул арала банкаларҙы стерилләштереп, икра эҫе килеш ҡойоп сығабыҙ. Баштүбән ҡуйып һыуытабыҙ, һуңынан баҙға йә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра.
Аштарығыҙ тәмле булһын.

Сығанаҡ: "Уңған килендән рецепттар" төркөмө.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: