Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Август 2022, 16:40

“Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ”

Гөлсинә Йәнғәли ҡыҙы 1-се Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң республика клиник дауаханаһында эшләп ала. Һуңынан Бөрйәнгә ҡайтып поликлиникала табип эргәһендә шәфҡәт туташы була. 1996 йылда яҙмышы уны Ҡарлыманбаш ауылы менән бәйләй. Башта ауылда эш булмағанлыҡтан, декрет ялына сыҡҡанға тиклем район үҙәге дауаханаһына йөрөп эшләргә тура килә.

“Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ”
“Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ”

Ә инде 2009 йылдан ауылда фельдшер вазифаһын үтәй башлай. Бына 13 йыл инде ул тәүлектең һәр минутында халыҡтың һаулығы һағында уяу тора. – Ауылда барлығы 254 кеше йәшәй, уларҙан 18 йәшкә тиклемге 43 бала һәм 1 йәшкә тиклем 4 сабый бар. 1 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы, халыҡтың диспансеризация үтеү-үтмәүен, тейешле прививкаларын эшләтеүҙәрен күҙәтеү аҫтында тотоу, өйҙә ятып ауырыған өлкәндәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү кеүек бурыстарға ҡағыҙ эше лә өҫтәлә.
Пандемия осоронда район үҙәк поликлинкаһында дежур итергә лә тура килде. Ғөмүмән, ҡайҙа ҡушалар шунда йөрөнөм, - ти Гөлсинә Йәнғәли ҡыҙы.
37 йыл эш стажына эйә булған фельдшерҙы күптән түгел күрше Ҡарлыман ауылына аҙнаһына бер тапҡыр барып эшләүен һорағандар. Әлбиттә, изге күңелле, ярҙамсыл ҡатын баш тартмаған. Ғаиләһендә лә үҙ-ара килешеп, татыу һәм тырышып донъя көтәләр. Тормош иптәше Өлфәт, улдары Ришат яҡындарының эше тынғыһыҙ булыуын аңлап, ярҙам итергә әҙер торалар.
Бөрйәндән килен булып төшкән Гөлсинәне ҡәйнә йортонда ҡыҙҙары кеүек ҡаршылаһалар, хәҙер ул бар ауыл халҡы өсөн яратҡан киленгә әүерелгән.
“Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ. Гөлсинәбеҙ – аҡ халатлы фәрештәбеҙ. Көн-төн тип тормай, һәр саҡ беҙгә ярҙамға килергә әҙер. Ҡулдары менән дә, йомшаҡ һәм татлы теле менән дә дауалай ул беҙҙе”, тип һөйөнә бөгөн ҡарлыманбаштар.

Гөләсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: