Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Август 2022, 09:27

Был эсемлек бауырҙы таҙарта, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, бит тиреһенең төҫөн матурайта

Бауырҙы таҙартыу, йөрәк эшмәкәрлеген нығытыу һәм шулай уҡ матур булып ҡалыу өсөн ошо файҙалы эсемлекте эшләп эсергә була. 

Уның өсөн 3 кг кишер һәм 1 кг  төшлө ҡара йөҙөм кәрәк буласаҡ. Быларҙың барыһын да ит турағыс (мясорубка) аша үткәрәбеҙ ҙә уны эмалле кәстрүлгә һалып, 3 литр ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ . Ҡатнашманы төнгөлөккә ҡалдырабыҙ ҙа иртән уны һөҙөп алабыҙ. Ҡалған масса өҫтөнә тағы 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Уныһын да һөҙөп алғас, килеп сыҡҡан һуттың икеһен дә бергә ҡушып, көн һайын бер нисә тапҡыр сәй кеүек эсергә.

Бындай һутты өс тапҡыр эшләп эскәс, бауыр таҙарғанын, йөрәк эшмәкәрлеге яҡшырғанын һәм шулай уҡ бит тиреһенең төҫө матурайып киткәнен тоймай ҡалмаҫһығыҙ. Кишер һуты шулай уҡ ашҡаҙанға ла файҙалы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: