Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Август 2022, 10:01

Республика халҡының коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн өс аҙна ваҡыты бар

Сентябргә коронавирустың әүҙемләшеүе көтөлә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған хөкүмәт кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Ләкин республика халҡының яңы тулҡынға әҙерләнеү һәм вакцина яһатыу өсөн ваҡыты бар, тип билдәләне Анна Казак.

Республика халҡының коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн өс аҙна ваҡыты бар
Республика халҡының коронавирустың яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн өс аҙна ваҡыты бар

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡло ғына. 1 авгусҡа мәғлүмәттәр буйынса, 108 пациент – стационарҙа, 363-ө амбулатор шарттарҙа дауалана. Республикала инфекцияның таралыу коэффициенты 1,3 тәшкил итә. Һуңғы ете көндә үҫеш – 26 процент.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 29 августа вакцинация һәм ревакцинация барышы тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-01/u-bashkirii-est-tri-nedeli-na-vaktsinatsiyu-do-aktivnogo-rosta-koronavirusa-2894493

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: