Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Август 2022, 11:44

Анна Казак коронавирустан ревакцинация ваҡыты тураһында һөйләне

Роспотребнадзор, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, шулай уҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы граждандарға ревакцинациянан һуң ярты йыл үткәс ҡабаттан вакцина яһатырға кәңәш бирә. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.

Анна Казак коронавирустан ревакцинация ваҡыты тураһында һөйләне
Анна Казак коронавирустан ревакцинация ваҡыты тураһында һөйләне
«Кешенең иммунитеты һаулыҡ торошона, генетикаға, физиологияға бәйле. Шуға күрә бөтәһенә лә йыл дауамында ҡабаттан прививка эшләтегеҙ тип кәңәш бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Антиесемдәр барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре барлығын аңлайбыҙ. Ул һәр беребеҙ өсөн айырым. Өс йылда иммунизация ваҡыты буйынса вакцинаға аныҡ инструкция яҙыу ауыр. Эйе, унда, йыл дауамында, тип яҙылған. Әммә беҙҙең тәҡдим – ярты йыл», – тип билдәләне Анна Казак.
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: