Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Июнь 2022, 11:08

Йөҙөм һыуы ғына тимәгеҙ...

Йөҙөмдөң составында антиоксиданттар, ирей һәм иремәй торған епсәләр бар - нәҡ улар организмда үт ҡыуыуҙы тиҙләтә, холестерин кимәлен кәметә, артерияларҙы таҙарта.

Йөҙөм һыуы ғына тимәгеҙ...
Йөҙөм һыуы ғына тимәгеҙ...

Атеросклероз һаулыҡ өсөн етди проблема тыуҙырыуы ихтимал, тип йыш иҫкәртә табиптар. Артериялар стенкаһына майҙар, күберәк холестиринлы, ултырһа, ҡан әйләнеше насарлана: тамырҙар ҡыҫыла, тарая, хатта тығылыуы мөмкин. Был сир йөрәк туҡтауға, мейегә ҡан һауыуға тиклем еткереүе ихтимал. Хәл-торошто киҫкенләштергән яман ғәҙәттәр: тәмәке тартыу, ауыр майлы аҙыҡ ашау, әҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ кәүҙә ауырлығы, 1-се һәм 2-се типтағы шәкәр диабеты, холестерин кимәле.

Организмды был сирҙән өй шарттарында ла араларға була. Ҡан тамырҙарын электән билдәле тәбиғи сара ярҙамында таҙартырға мөмкин. Ул таҙартып ҡына ҡалмай, иммунитетты нығыта, липид кимәлен тотороҡландыра, инфекциялар менән көрәшә, бауырҙы таҙарта.

Дауаланыуҙы күҙ уңында тотҡанда беҙгә кәрәк: бер литр һыуға бер сынаяҡ йөҙөм, ике ҡалаҡ ҡырылған имбир, ике ҡалаҡ бал, дүрт ҡалаҡ йәшел сәй.

Әҙерләү: кәстрүлгә һыу һалып талғын утта ҡайнатып сығарғас, уттан алып 10-15 минут ултыртып торабыҙ. Һыуға сәйҙе, имбирҙе һәм балды өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғатып, һауыттың өҫтөн йөн туҡымалы әйбер менән ҡаплайбыҙ. 8 сәғәттән ул әҙер.

Ҡулланыу тәртибе: сихәтле төнәтмәне бер тапҡырында 150-200 миллилитрлап көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда эсергә.

Йөҙөмдөң составында антиоксиданттар, ирей һәм иремәй торған епсәләр бар - нәҡ улар организмда үт ҡыуыуҙы тиҙләтә, холестерин кимәлен кәметә, артерияларҙы таҙарта. Ундағы калий йөрәккә көс бирә.

Һәр дауалау сараһын ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото: joinfo.com

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: