Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Июнь 2022, 11:09

Ашҡаҙан-эсәктәрҙе аш-һыу менән таҙартайыҡ!

Элек бала яңылыш сит әйбер йотһа, ошондай бутҡа ярҙамында уны сығарыуға өлгәшкәндәр, шулай итеп операциянан да йолоп алып ҡалғандар.

Ашҡаҙан-эсәктәрҙе аш-һыу менән таҙартайыҡ!
Ашҡаҙан-эсәктәрҙе аш-һыу менән таҙартайыҡ!

Организмды дөйөм таҙартыу ашҡаҙан-эсәк юлынан башланырға тейеш, ти табиптар. Хәҙерге заманда ниндәй генә ысулдар менән таҙарынырға өйрәтмәйҙәр. Шулай ҙа һәр кем үҙенә яраҡлыны, күңеленә ятышлыны үҙе һайлай. Түбәндә ашҡаҙан-эсәк юлын еңел һәм ауыртыныуһыҙ таҙарта алырлыҡ ике төрлө рецепт тәҡдим итәбеҙ, кемгәлер, бәлки, килешер.

Бутҡа ашап таҙарынабыҙ. Элек бала яңылыш сит әйбер йотһа, ошондай бутҡа ярҙамында уны сығарыуға өлгәшкәндәр, шулай итеп операциянан да йолоп алып ҡалғандар. Шифалы аҙыҡты әҙерләү өсөн тигеҙ өлөштә дөгө һәм һоло ярмаһы алына, яҡшылап йыуыла, һыуҙа ҡуйырғансы бешерелә. Уны май һалмайынса ашарға кәрәк. Ошолай итеп бешереп, иртәнге аш урынына бер нисә көн ҡулланырға. Бындай бутҡа эшкәртелмәгән аҙыҡ ҡалдығын, яңылыш йотолған сит әйберҙәрҙе - бер һүҙ менән әйткәндә, артыҡ нәмәләрҙе эсәктәрҙән тышҡа сығарырға булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта эсәк стеналарындағы елһенеүҙе лә дауалай.

Сөгөлдөр ҙә - эсәктәр өсөн яҡшы "һепертке". Дауаланыу, таҙарыныу маҡсатында көнөнә һуты һығып алынған өс ҡалаҡ ҡырылған сөгөлдөр кәрәк буласаҡ. Бер сөгөлдөрҙө йыуып, ваҡ итеп ҡырғас, марля аша һығып алабыҙ. Ике сәғәт үткәс, һутын ашағандан һуң йәки төнгөлөккә эсергә мөмкин. Ә һутһыҙ ҡалған сөгөлдөрөнән бәләкәй генә түңәрәктәр яһап, ашарҙан ярты сәғәт алдан сәйнәмәй генә йотабыҙ. Һыу ҡулланылмай. Артып ҡалғаны һыуытҡыста өс көнгә тиклем һаҡлана ала. Бындай алым организмды бик яҡшы таҙарта, бынан тыш, ҡан баҫымын нормала тота.

Үҙебеҙ тураһында үҙебеҙ хәстәрлек күрәйек, сәләмәт булайыҡ!

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-06-17/epertke-but-a-ashayby-m-ta-arynaby-2843012 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: