

Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Әлфиә Хәйретдинованың да нурлы йөҙлө, алсаҡ, мөләйем, һәр ваҡыт йәштәргә генә хас дәрт-дарманлы булыуының үҙенсәлекле серҙәре бар. Күп йылдар Һәүәләй ауылында район ҡулланыусылар йәмғиәтенең кондитер цехында, һуңынан социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфиә апайҙан, йәштән үк спортты яраттығыҙмы, ҡасандан бирле сәләмәт йәшәү рәүеше алып бараһығыҙ, тип һорайым:
- Мин хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң һаулыҡҡа ныҡлы иғтибар бирә башланым. Ғүмер буйына кеше араһында эшләп, ҡапыл ғына ялға туҡтағас, нисектер үҙемде бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тойҙом. Шуға күрә өйҙә күңелһеҙләнеп ултырмаҫ өсөн ҡышын саңғыла, йәйен скандинав таяҡтары менән йөрөй башланым. Сәләмәт, күтәренке кәйефле булам тиһәң, һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға кәрәк. Миңә иртән тороп тәнде яҙыу өсөн гимнастика эшләү, саңғыла тәбиғәт хозурлығына һоҡланып йөрөү бик оҡшай. Ә скандинав таяҡтары менән иһә йылдың һәр миҙгелендә йөрөргә була. Был спорт төрҙәренең файҙаһы бик күп, ашҡаҙан эшмәкәрлеге көйләнә, ҡан баҫымы нормаға килә, тән ауырлығы кәмей, - тип һөйләп китте ул.
Әлбиттә, был апай гимнастика эшләп, спорт менән генә шөғөлләнә тип уйламағыҙ, тормош юлдашы Рим Риф улы менән һыйыр, кәзә аҫрайҙар, күпләп ҡаҙ, бройлерҙар алалар, баҡсаларында төрлө емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтерәләр. Әлфиә Баязит ҡыҙы март башынан уҡ борос, помидор һәм башҡа йәшелсәләр, сәскә үҫентеләре лә ултыртҡан.
- Һәр ваҡыт шулай йәш, көләс йөҙлө булыуҙың сере хәрәкәттә генә лә түгелдер, Әлфиә апай? - тип төпсөнәм .
Шуны ғына көткәндәй, әңгәмсем тағы ла бер серен аса:
- Биш ваҡыт намаҙ уҡыу сәләмәтлек өсөн дә, дини яҡтан да бик файҙалы. Иртәнге намаҙҙы уҡығанда күктән фәрештәләр төшә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, күңел нескәрә, күҙгә йәштәр тығыла, хатта. Бисмилламды әйтеп, балаларыма, яҡындарыма һаулыҡ, ғүмер теләгәндән һуң тәҙрә төбөндәге гөлдәремә ҡарап һоҡланып, һыуҙар һибеп, донъя йәмләп үҫкәндәре өсөн уларға ла рәхмәттәремде әйтәм. Ғөмүмән, һәр атҡан таңға, һау-сәләмәт булыуыбыҙға һөйөнөп йәшәйем. Йома намаҙҙарына барғанда шатланып, эсемдән генә иманға килә алыуыма һөйөнөп барам.
Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Мазһар Мусинға айырым рәхмәт әйткем килә. Ул беҙҙе намаҙ уҡырға өйрәтте. Әлеге ваҡытта уның һөйләшеүе буйынса йома көндәрендә мәсеткә килеп ғәрәпсә уҡырға өйрәткән уҡытыусыбыҙҙан да күп белем алабыҙ. Киләсәктә ғәрәп телендә яҙылған ҡөрьән китаптарын үҙ аллы уҡығым килә. Тағы ла мин йәйәү, скандинав таяҡтары менән яңғыҙым йөрөгәндә, зекерҙәр әйтеп йөрөйөм. Зекер әйтеп йөрөгән кешеләр был донъяла ла, әхирәттә лә әжер-сауаптарға ирешәсәк тиелгән Ҡөрьәндә. Йыл һайын ураҙа тотам. Быйыл Рәжәб айында ла өс көн ураҙа тотоу ниәтенә ирештем.
Тағы ла мин дөрөҫ туҡланыуға иғтибар бүлә башланым. Иртән уянғас та, бер стакан һыу, етен майы эсәм. Мунсанан сыҡҡас та, ауырыған саҡтарҙа ла үҙебеҙ йыйған шифалы үләндәр менән сәй эсәбеҙ.
Иман менән бергә сәләмәт йәшәү рәүешен дә үҙ иткән Әлфиә Баязит ҡыҙының ғүмерҙең тик йәмле, матур яҡтарын күреп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүенә аптырарға түгел. Бар яҡтан килгән апай мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша икән. Альберт Байымов эшләгән йылдарҙан уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәр ойошторған спектаклдәрҙә уйнарға яраттым. Төрлө авторҙарҙың шиғырҙарын уҡырға яратам, үҙем дә шиғырҙар ижад итәм, ти ул.
Ысынлап та, сәләмәт тәндә сәләмәт рух тиһәләр ҙә, тәү сиратта кешенең рухы һау булырға тейеш. Тик шул осраҡта ғына кеше ысын мәғәнәһендә сәләмәт булалыр. Ә беҙгә Әлфиә апай кеүек кешеләрҙән өлгө алырға ғына ҡала.
Гөлсәсәк Аласова.
Гөлсәсәк Аласова.