Ҡорот - тәбиғи дарыу
Ҡороттоң файҙалы яҡтарын һанап бөтөргөһөҙ: ул аҡһымдарға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот ашаған кешенең иммунитеты ныҡ була. Ул организмды ҡом-таштарҙан таҙарта, ашҡаҙан-эсәк юлындағы паразиттарҙы бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе шифалы ризыҡ башҡа күп кенә ауырыуҙан да дауа булып тора. Элек уны һалҡын тейгәндә, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда, хәлһеҙләнгәндә, аҙ ҡанлылыҡта, күңел төшөнкөлөгөндә, ҡорт һәм йылан саҡҡанда, һыҙланғанда файҙаланғандар. Хатта ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә, эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәиһә эркет һыуы һөртөп дауалағандар. Һимеҙ итте ашағанда, һөҙлөклө һурпа эскәндә ҡорот ҡулланып, холестериндан ҡотолғандар. Ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә, һимеҙ ит еңелерәк үҙләштерелә. Ә йәйге селләләрҙә айран итеп эскәндә һыуһынды ҡандыра. Ҡорот кальцийға бай, шуға ла ул тештәр сәләмәтлеге өсөн яҡшы тәьҫир итә.
Элек сәс ҡуйы, оҙон булып үҫһен, ағармаһын, ебәк кеүек ялтырап торһон, ҡауаҡты бөтөрһөн һәм сәс һынмаһын өсөн ҡорот яһағанда барлыҡҡа килгән эркет һыуында йыуғандар. Был эркет һыуын көндәлек тормошта ла файҙаланғандар: сәс сайҡауҙан тыш, һауыт-һаба йыуғанда тотонғандар, ул майҙы тиҙ бөтөрә, зыяны ла юҡ. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа уңа икән.
Ә беҙҙең яҡтарҙа ҡоротто, уның файҙаһы хаҡында беләләрме? Уны үҙҙәре яһаймы, әллә һатып алармы икән?
Оҫта ҡорот яһаусы
Элек ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ булмағандыр. Был ризыҡты әҙерләү ысулын быуындан-быуынға дауам итеп әле лә етештереүселәр бар. Уларҙың береһе - Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Рәмилә Моратова менән осрашып, ҡатыҡ ойотоу, уны әсетеү серҙәре, эркет ҡайнатыу үҙенсәлектәре тураһында уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Ҡороттоң файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ. Ул дауалау үҙенсәлектәренә эйә булып, кеше организмына ыңғай йоғонто яһай. Ҡорот һәр ғаиләнең өҫтәлендә булырға тейештер, тип уйлайым. Беҙ бер ваҡытта ла ҡороттан айырылғаныбыҙ юҡ, сөнки ул туҡлыҡлы һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртып ебәрә. Әйткәндәй, халҡыбыҙ борондан һурпаны ҡоротлап эскән бит.
Башта айыртылған һөттө ойотоп, ҡатыҡ яһарға кәрәк. Айыртылмаған булһа ла, ярай. Мин бер биҙрә һөткә ярты шәшке самаһы ҡатыҡ ойотҡоһо һалам. Йәйге эҫе көндә ул кискә тиклем ойоп та сыға. Әсе булмаһын өсөн икенсе көндө ойотолған ҡатыҡты суйынға һалып, өҫтөнә күбеге сыҡҡанға тиклем болғата-болғата ҡайнатам. Ҡайнатылған эркеттең күбеген һөҙөп алам, ҡайнағас, эмалле биҙрәгә ҡойоп һыуытам. Артабан уны туҡыма тоҡҡа ҡойоп һарҡытырға элеп ҡуям. Бер-ике көн үтеүгә уның һыуы ағып бөтә, һәм барлыҡҡа килгән ҡоротто тоҙлап баҫып, йомарламдар яһайым. Уны ошо килеш кенә ашарға ла, киптерергә лә, һыуытҡысҡа, туңдырғысҡа һалып һаҡларға мөмкин. Әнис йә йәшел һуған менән туңдырһаң, ашҡа һалырға шәп. Йәш ҡоротто бер ни тиклем ваҡыт шул көйө ашарға ярай. Элегерәк йәйҙәрен таҡтала яйлап киптерә торғайным, әле иһә ҡоротто киптергестә (сушилка) киптерәм. Шулай уҡ шыйығыраҡ яһағанды банкаларға тултырып, һыуытҡысҡа ҡуям. Өҫтәлгә ҡуйғанда, өҫтөнә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һалып ебәрһәң, иҫ киткес тәмле һый була. Ғөмүмән, ҡоротто файҙалы ризыҡ булараҡ киң ҡулланышҡа индереү һаулыҡты нығытыуға һәм һаҡлауға ҙур ярҙам буласаҡ. Ни тиһәң дә, үҙең әҙерләгән сифатлы ризыҡҡа бер нимә лә етмәй шул, - тип һөйләне ул.
Рәмилә Сафа ҡыҙы Түбәнге Төкөн ауылынан күрше Үрге Төкөнгә, ҡайны менән ҡәйнә йортона егерме бер йәшендә генә килен булып төшә. Әсәһенән күп нимәгә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ ҡәйнәһенән дә күп эштәргә өйрәнә. Сабыр, тырыш, изге күңелле Рәмилә Сафа ҡыҙы ҡәйнәһе менән әсә менән ҡыҙ кеүек 24 йылкилешеп йәшәйҙәр. Ҡәҙерлеләре баҡыйлыҡҡа күскәнсе бергә ғүмер итеп, уларҙы тәрбиәләп, фатихаларын алып, һуңғы юлға оҙаталар.
Быйыл тормош иптәше Миңнислам ағай менән сәстәрен сәскә бәйләүҙәренә ҡырҡ биш йыл да булып киткән. Улар өс балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтыралар. Өлкәндәре Рәзилә Себерҙә – Лянтор ҡалаһында оператор, Рүзил Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында йәшәй, механизатор, Гөлназ Өфө ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Хәҙер инде улар ата-әсәне ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрә.
Моратовтарҙың донъяһынан нур бөркөлөп тора. Зауыҡлы һәм бөхтә өйҙәрендә хужабикәнең ҡул эштәре лә күренә - карауатты төрлө ептәрҙән бәйләнгән япма һәм иҙәнде балаҫтар биҙәй. Күп төрлө мәшәҡәттәр булһа ла, ҡатын бер ваҡытта ла бәйләмен ташламай, яҡындарына тәбиғи йөндән бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандыра, элегерәк шәл дә бәйләй.
Тәҙрә төптәрендә гөлдәре һәм киләһе уңыш өсөн сәскән үҫентеләре ҡояшҡа иркәләнеп үҫәләр. Баҡсаларында ҙур көс һалып үҫтергән йәшелсә-емеше бер йылда ла һынатмай, мул уңыш менән һөйөндөрә.
”Уңған ҡатындың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр. Нимәгә тотонһа ла, уны еренә еткереп эшләп ҡуя. Уның бешергән бауырһаҡ, сәс-сәк, урама, ҡоймаҡ, бәлештәре, гөбәҙиә, ҡыҫтыбыйы һәм башҡа тәм-томо телеңде йоторлоҡ була. Һыйырын да ваҡытында һауып, уның ағын әрәм итмәй эшкәртә, шуға өҫтәлдә һәр саҡ ҡорот, эремсек, ҡатыҡ, ҡаймаҡ өҙөлмәй, төрлө емештәрҙән ҡаҡ та ҡоя, үләндәр, емештәр йыйып, сәй өсөн киптереп әҙерләй. Ә йәйҙәрен күпләп ҡош-ҡорт үҫтерә, - ти уның тураһында күршеләре.
Рәмилә апайҙан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ та, алсаҡлыҡ та сағыла. Ул ниндәй эшкә тотонһа ла, уны күңел йылыһы һалып, сабыр ғына тырышып башҡарып сығара. Киләсәктә лә тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, ғаилә усағын дөрләтеп, һаулыҡта һәм ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.