Даирә
+22 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Января 2022, 04:56

Спорт – тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра

Ошо һүҙҙәрҙе тағы бер тапҡыр дәлилләп, Мөкәй мәктәбе уҡытыусылары Әлиә Вәхит ҡыҙы Рәхмәтуллина һәм Гүзәл Вәхит ҡыҙы Сыңғыҙова быйыл да теннис буйынса район уҡытыусылары ярышында 2-се урын алып ҡайттылар.

Спорт – тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыраСпорт – тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра
Спорт – тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра

- Бәләкәстән беҙҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләгән һәм теннис серҙәренә өйрәткән Фәнүс Фәнил улы Шамбазовҡа рәхмәтлебеҙ. Шул ваҡыттан алып, теннисҡа булған һөйөүебеҙ һүрелмәй, йыл да ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, - ти Гүзәл Сыңғыҙова.

Ғөмүмән, үҙҙәре лә сәләмәт тормошто үҙ иткән уҡытыусылар балаларҙа ла спортҡа һөйөү уятырға тырыша. Ял ваҡыттарында мәктәптә теннис уйнайҙар, саф һауала уйындар ойошторалар.
- Буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй йөрөгән йәштәргә спорт менән дуҫлашығыҙ, тип әйтер инем. Бигерәк тә йоғошло сирҙәр таралған ваҡытта сәләмәтлегебеҙҙе спорт менән нығытырға кәрәк. Барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыҡ, - ти ул.
Ынйы Cәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас