Даирә
+15 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Января 2022, 13:51

Арыш оно һорау менән файҙалана

Әзербайжанда Башҡортостан онон яраталар.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Арыш оно һорау менән файҙаланаАрыш оно һорау менән файҙалана
Арыш оно һорау менән файҙалана

Былтыр Башҡортостанда он етештереүселәр Рәсәй төбәктәренә 4 мең 823 тонна он һәм төрлө иген культураларын экспортҡа оҙатҡан.

Ситкә оҙатылған аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген Башҡортостан буйынса референт үҙәгенең һынау лабораторияһында тикшерелә — белгестәр продукцияға 115 төрлө экспертиза үткәрә. Арыш оно Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға оҙатыла, йәмғеһе 2 мең 127 тоннанан ашыу он экспортҡа сығаралылған. Иң күбе арыш онон Әзербайжан һатып ала, был төбәккә 1210 тонна арыш оно ебәрелгән.

Ғөмүмән, илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальные проект ”Международная кооперация и экспорт”) уңышлы тормошҡа ашырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: "Башинформ". 

Автор:Лилия Нуретдинова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас