Даирә
+15 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Декабря 2021, 04:38

Өлкәндәр әүҙемлек күрһәтә

Республикала 65 йәштәге һәм унан өлкәнерәктәр өсөн махсус ойошторолған вакцинация пункттары эшләп килә. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкәндәр тураһында хәстәрлек” тип аталған махсус акцияһы сиктәрендә бойомға ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлкәндәр әүҙемлек күрһәтәӨлкәндәр әүҙемлек күрһәтә
Өлкәндәр әүҙемлек күрһәтә

Район үҙәк дауаханаһында ла өлкән йәштәгеләр сиратта оҙаҡ ултырмаһын, күп кешеләр менән аралашмаһын өсөн ошондай пункт ҡабул итә. Бында ? өлкән йәштәге кешегә прививка яһалған да инде. Махсус билдәләнгән табип һәм шәфҡәт туташы вакцина яһатырға ҡарар иткән өлкән быуын кешеләрен йылмайып ҡаршы алып, йылы һүҙҙәр әйтеп ҡабул итә. Улар менән ихлас әңгәмәләшкәндән һуң ҡан баҫымдары, тән температураһы, сатурация үлсәнә. Прививка эшләткәндән һуң бер аҙ ял итеп, ултырып торорға тәҡдим итәләр.
Аҙна һайын “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе “Өлкәндәр тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә район үҙәк дауаханаһы менән берлектә вакцина яһатыусыларға сәләмәтлек йыйылмалары тапшыра һәм улар араһында тонометр ҙа уйнатыла. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Людмила Вәхитова, Ринат Ғәзизов, Рәмил Рәхмәтуллин һәм Иҫке Бәпес ауылынан Хәсән Мөхәмәтҡоловтар ошондай тонометрҙар отоу бәхетенә ирештеләр һәм бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Вакцина яһатыу өсөн өлкән йәштәгеләр эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем 2-16-25 һәм 2-14-56 телефон һандары буйынса шылтыратып колл-үҙәк аша яҙыла ала. Шулай уҡ тере сират буйынса ла вакцина яһатырға мөмкин.
Үҙҙәре һәм яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойған өлкәндәр вакцина эшләтеүҙең мөһимлеген яҡшы аңлай һәм башҡаларҙы ла коллектив иммунитет булдырып, был зәхмәтле ауырыуҙы еңеп сығырға саҡыра.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас