Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Декабрь 2021, 15:31

“Үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлегенә яуаплы ҡарайыҡ”, - ти Зөлфиә Хәмитова

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны арта бара. Алты төбәктә - Пермь крайында, Иваново, Ырымбур, Төмән өлкәләрендә, Удмурт, Татарстан Республикаларында һәм беҙҙең Башҡортостанда хәл ҡатмарлашты. Ошоға бәйле республикала сикләүҙәр индерелде. Мәкерле сир тураһында һорауҙар менән райондың табип-терапевы Зөлфиә Хәмитоваға мөрәжәғәт иттек.

“Үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлегенә яуаплы ҡарайыҡ”, - ти Зөлфиә Хәмитова
“Үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлегенә яуаплы ҡарайыҡ”, - ти Зөлфиә Хәмитова

- Зөлфиә Венер ҡыҙы, коронавирус киҫкен респиратор инфекцияһынан нисек айырыла?
- Коронавирустың симптомдары ябай вирустыҡына оҡшаған: йүтәл, тымау, температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, тамаҡ ҡымырйыуы һәм ауыртыуы. Әммә коронавирус ауырыраҡ формала уҙа. Уның инкубация ваҡыты ла оҙағыраҡ (14 көнгә тиклем).
Беренсе симптомдар булыу менән табипҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ! ПЦР тест әҙер булғансы һәр пациент ковид сирле булып иҫәпләнә. Температура 38 градусҡа тиклем икән – уны төшөрөргә түгел. Температура күтәрелеү – ул организмдың һаҡланыу реакцияһы, ул күп вирустарҙың организмда артмауына булышлыҡ итә. Һәр хәлдә үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә, табипҡа мөрәжәғәт итеп, уның күрһәтмәләре буйынса ғына дауаланырға кәңәш ителә.
- Ағымдағы йылда районда нисә кеше вакцина эшләтте?
- Әлеге көнгә 22686 пациент прививка һалдырҙы. Уларҙан 20194 кеше - беренсе компонентты, 17358-е – икенсеһен дә алған. Уларҙан 60 йәштән өлкәнерәктәр: 1-сене – 6221 кеше, 2-сене – 5567 кеше.
- Covid-19 ауырыуына ҡаршы вакцинаны кемдәргә яһатырға ярамай?
- Был компонентҡа аллергияһы булғандарға ғына прививка эшләтергә ярамай. Сәләмәтлек буйынса ваҡытлыса медицина кисектерелеүе булһа, кисектерелеп торалар. Ул иң күбе 1 айға бирелә. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһын, башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкен сағын кисергәндәргә ҡағыла. Уларҙы тик табип ҡына билдәләй ала.
- Балалар ауырыуҙы нисек үткәрә?
- Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уҙған йыл балалар ауырыуҙы күп осраҡта еңел формала үткәрҙе, ләкин улар вирусты күсереүсе ине. Ә быйыл иһә балаларҙа респиратор симптомдары, эсәк эшмә кәрлеге боҙолоуы күҙәтелә, хатта сабый реанимацияға эләгә һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла.
- Коронавирусты бер бер йоҡторған кеше ҡабат ауырымай тигәнде ишеткән бар. Шул дөрөҫмө?
- Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре күрһә теүенсә, ауырыған кешелә вирусҡа ҡаршы антитәнсектәр барлыҡҡа килә. Әммә был иммунитеттың ҡасанға тиклем һаҡланғанлығы билдәһеҙ. Бынан тыш, мутация арҡаһында вирус үҙгәреп тора. Шуға күрә, һис шикһеҙ, прививка яһатыу мотлаҡ.
- Коронавирус өлкән йәштәгеләр өсөн бигерәк хәүефле, тиҙәр?
- Эйе, сәләмәтлеккә ҡурҡыныс янаған төркөмдәрҙең береһе – 65 йәштән уҙған кешеләр. Шуға ла уларға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Улар үҙҙәренең сәләмәтлектәрен ҡайғыртып, һис шикһеҙ, ковидҡа ҡаршы при вивка эшләтергә тейештәр. Шулай уҡ күп кеше йыйылған урындарға барыуҙан тыйылырға, битлек кейеүҙе онотороға түгел.
- Коронавирустан һаҡланыу өсөн спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың файҙаһы бармы?
- Спиртлы эсемлектәрҙе йоғошһоҙландырыу сараһы – антисептик булараҡ ҡына файҙаланырға мөмкин. Вирус һауа юлы аша күсә, шуға уның башҡа бер ыңғай йоғонтоһо ла юҡ.
- Covid сирен уҙғарыусыларҙың организмы тиҙерәк ҡартая тигән мәғлүмәтте ишеткән бар. Был шулаймы?
- Ул бөтә организмға күп өҙлөгөүҙәр килтерә, мәҫәлән, үпкәгә, быуындарға, мейегә, йөрәк-ҡан тамыр системаһына...
Коронавирус организмда көслө ялҡынһыныу процесын кисертә. Шулай булғас, сир, әлбиттә, ҡартайырға булышлыҡ итә.
- Был ауырыу ҡасан уҙыр икән?
- Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Әгәр ҙә һаҡланыу сараларын бергәләп күрһәк, һәр кеше үҙенең һәм башҡаларҙың сәләмәтлегенә яуаплы ҡараһа, ауырыуҙы үткәреп ебәрә алырбыҙ, тип уйлайым. Былтыр ҡайһы берәүҙәр ысынға алманы, ә хәҙер барыһы ла ышанды. Сөнки таныштар, яҡындар араһында ла сирләүселәр, хатта үлем осраҡтары байтаҡ. Дәүләт тарафынан күп саралар күрелә. Табиптар ауырыусыларға дауаланыу тәғәйенләй, кәрәк икән госпиталдәргә ебәрә. Сир үтһен өсөн тиҙ арала былтыр бар кешеләр көткән вакциналар уйлап табылды. Уны һәр кемгә мотлаҡ яһатырға кәңәш итәм. Шулай уҡ битлек кейеүҙе, ҡулдарҙы, битте йыш йыуып тороуҙы, танауҙы, ауыҙҙы сайҡатыуҙы көн барышында мөмкинселек булғанда инҡар итергә түгел. Хәүефле сирҙе еңергә кәрәк. Унан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – прививка яһатыу. Ошо рәүешле коллектив иммунитет булдырырға тейешбеҙ.
- Әйткәндәй, прививка инфекциянан ғына түгел, инфаркт һәм инсульттан да һаҡлаймы?
- Эйе, сөнки ковид сире ҡан-тамыр системаһын зарарлай. Һөҙөмтә - тромбоз, инфаркт, инсульт...
- Өлкән кешеләр прививканан бигерәк ҡурҡа. Күптәр, уларға кәрәкмәй, барыбер өйҙә ултыралар бит, тип әйтә. Быға нимә тиерһегеҙ?
- Организмға вакцина яһалһа, иммун системаһы коронавирус менән “таныша”. Ә ололарҙың иммун сис темаһы ҡартая, көсһөҙләнә, иммун күҙәнәктәре аҙая. Яңы вирус килеп керһә, иммун яуап көсһөҙ була. Ә вакцинация организмды алдан вирус менән осрашыуға әҙерләй. Ғөмүмән, оло быуын кешеләрен дә беҙ сирҙәрҙән һаҡларға тейешбеҙ. Бына, мәҫә лән, улар теш ҡуйҙырта, быуындарын һәм башҡа сырхауҙарын дауалай бит. Кешенең тормош сифатын яҡшыртырға, ғүмерен оҙонайтырға кәрәк. Бына шуның өсөн дә прививка кәрәк!
- Йомғаҡ яһап, нимә әйтер инегеҙ?
- Ауырый ҡалһағыҙ, табип ҡуш ҡандарҙы үтәргә, үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә, ялған хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа саҡырам. Вакцина яһатҡан кеше ауырыһа ла, уны еңелерәк формала үткәрәсәк, ул реанимацияға эләкмәйәсәк. Ауырый ҡалһағыҙ, сир үткәнде көтөп ятмағыҙ, үҙ аллы дауаланмағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡул дарҙа икәнен онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
- Зөлфиә Венер ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әңгәмәләште.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: