Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Декабрь 2021, 15:12

Иммунитетты ниндәй сәй күтәрә?

Көҙ-ҡыш айҙарында сәләмәтлекте нығытырға, кәйефте тотороҡландырырға, йылынырға ниндәй эсемлектәр ярҙам итер? Түбәндәге кәңәштәргә күҙ һалығыҙ.

Гөлйемеш төнәтмәһе. Унда етерлек кимәлдә С витамины тупланған, шунлыҡтан беҙҙең организмды киҙеү, һыуыҡ тейҙереп сирләү хәүефенән һаҡлай ала унан әҙерләнгән сәй. Был емештәге аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда 10 тапҡырға, ә лимондыҡынан 50 тапҡырға күберәк.

Эҫе гөлйемеш төнәтмәһе ҡышҡы көндәрҙә тәндәге йылыны һаҡларға ла булышлыҡ итә. Ундағы фруктоза организмды эндорфин менән тәьмин иткәнлектән, серотонин - шатлыҡ гормоны - бүленеп сығып, күңел күтәренкелеге бирә. Шунлыҡтан йонсоу, һалҡын көндәрҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә гөлйемеш сәйен эсеү бик файҙалы.

Уны нисек әҙерләргә һәр кем беләлер, моғайын. Бер-ике устай кипкән емеште йыуып, ваҡлап, төнгөлөккә термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп ҡуйғанда, иртәгәһенә көнө буйына ҡулланырлыҡ эсемлек әҙер.

Имбир сәйе. Ул - депрессияны тәмле-татлы менән баҫырға күнеккәндәр өсөн бигерәк тә яҡшы эсемлек, сөнки аппетитты баҫа. Шулай уҡ көслө антиоксидант, эсәктәрҙе токсиндарҙан таҙарта - шуның менән дә организмдың иммун системаһын һаҡлай. Ундағы бик күп миҡдарҙағы С витамины иммунитетты күтәреүҙә мөһим икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай.

Имбир шулай уҡ бактерияларға ҡаршы торорлоҡ шәп сара ла, организмды төрлө паразиттарҙан аралай. Ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауыр эшмәкәрлеген көйләй, боғаҙ биҙе эшен, хәтерҙе яҡшырта, ҡан тамырҙарын таҙарта.

Имбирҙән сәйҙе нисек эшләргә? Имбир тамырын эре ҡырғыстан ҡырып (ике ҡалаҡ тирәһе кәрәк), бер литрлыҡ банкаға уны һәм 1-2 ҡалаҡ йәшел сәй, 3 ҡалаҡ лимон һуты, бер ҡалаҡ бал һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Бер сәғәттән ул эсергә әҙер.

Һырғанаҡ (һарығат) сәйе. Уның емешендә бик күп витамин һәм файҙалы матдәләр тупланған, хатта 100 грамында ла кешегә кәрәкле булған бөтә матдә бар. Һыуыҡ үткәреп сирләгәндә уны бал менән эсеү бик һөҙөмтәле, иммунитетты ла ныҡ күтәрә. Һырғанаҡ төнәтмәһен шулай уҡ эс ҡатҡанда ҡулланыу файҙаға ғына, бауырға, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итә, ҡан баҫымын төшөрә, тире һәм сәстең торошон яҡшырта.

Һырғанаҡтан сәй өсөн 100 грамм емеш, ике ҡалаҡ дәрсен, бал алына, теләгәндәр әнис тә өҫтәп ебәрә ала. Ошоларҙың өҫтөнә 500 миллилитр ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Уны 5-7 минут төнәтеү ҙә етә. Хуш еҫле шифалы эсемлек әҙер. Сәләмәт булығыҙ!

Фото: about- tea.ru

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: